Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
15 Май , 17:19

Башҡортостан эшҡыуарҙарын бөтә Рәсәй «Йыл экспортеры» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Ғаризалар 2024 йылдың 30 июненә тиклем ҡабул ителә.

Ғаризаны Рәсәй экспорт үҙәге сайтында бирергә кәрәк: vk.cc/9HbqGP.

Сеймал һәм энергетика өлкәһенән булмаған тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр, шулай уҡ интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен экспортлауҙа уңыштарға өлгәшкән ҙур компаниялар, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре ҡатнаша ала.

Конкурс ике этапта уҙғарыла:

2024 йылдың авгусынан сентябренә тиклем федераль округтар кимәлендә еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнәсәк.

2024 йылдың сентябренән октябренә тиклем федераль кимәлдә еңеүселәр билдәләнә.

Конкурста ҡатнашыусыларға талаптар һәм номинациялар тураһында тулыраҡ ошонда уҡығыҙ: vk.cc/9HbqGP.

Әгәр конкурс буйынса һорауҙарығыҙ булһа:
- электрон почтаға [email protected] хат ебәрергә;
- 8-800-550-0188 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: