Мораҙым
-3 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
23 Октября , 06:38

АРПА ИМЛӘҮ

Бала саҡта йыш ҡына арпа сығып йонсота торғайны. Күҙ ҡабағы ҡысытып, ауырта башлаһа, әсәйебеҙ эҫе итеп мунса яғып, сабындыра. Иртәгәһенә - бер ни булмағандай.

Добавить в предпочтительные источники Google

Тик ваҡытында өлгөрөргә генә кәрәк. Әгәр инде шешенеп килеп сыҡһа, Фәғилә инәйҙән өшкөртөп, имләтеп алып ҡайтыр ине.
Арпа бөртөгө төртөп тә, йә баҡыр аҡса менән дә имләйҙәр.
Имләгәндә әйтә торған һамағы ла бар: “Нимә имләйһең? Фәлән Фәлән ҡыҙының (йә улының исем-шәрифе әйтелә) һул (йә уң) күҙе өҫтөнә (йә аҫтына) арпа сыҡҡан, шуны имләйем”. Өс-ете тапҡыр шулай ҡабатлап, арпа бөртөгө (йә тәңкә) менән күҙ ҡабағын ышҡып, 9 тапҡыр - “ҡайҙан килдең –шунда кит, ергә-ҡомға, тупраҡҡа кит”; 7 тапҡыр – “юлдан килһәң, юлға кит, ете сатлы юлға кит”; 5 тапҡыр – “биҙҙән килһәң, биҙеп кит”; 3 тапҡыр “күктән килһәң, осоп кит” , 1 тапҡыр – “бөтһөн, китһен” тип әйтеп, арпаны йә тәңкәне имләнеүсе кешенең һул ҡулына һалалар. Ул һөйләшмәйсә юл сатына сыға һәм өйөнә ҡарай боролоп, һул ҡулы менән арпаны (йә тәңкәне) ырғытып, артына боролоп ҡарамайса ҡайтып китә. Имләнеүсе бәләкәй бала булһа, уның был ғәмәлде әсәһе башҡара.

Автор:
Читайте нас