Андыҙ бейек булып үҫә, алыҫтан таныла.
Бейеклеге – 1-1,5 м, һабағы төҙ, япраҡтары эре һәм бәрхәт кеүек. Әҙерләү өсөн тамырҙары алына: улар ҡуйы-ҡараһыу көрән төҫтә. Көҙөн йәки иртә яҙҙа ҡаҙып, йыуып, 5-10 см оҙонлоҡта ҡырҡып, киптереп алалар.
Йүткереү.
1 аш ҡалағы ваҡланған андыҙға 200 мл ҡайнар һыу ағыҙып. 30 минут буйы быу өҫтөндә ҡайнатабыҙ (водяная баня), һөҙөп алабыҙ. Көнөнә берәр аш ҡалағы эсер кәрәк
Һалҡын тейҙереүҙән көслө йүтәл менән интеккәндә
3 аш ҡалағы кесерткән, 3 аш ҡалағы ҡурйын үләне тамыры (корень солодки), 2 аш ҡалағы андыҙ. Ошо ҡатнашмаға 2 стакан ҡайнар һыу һалып, төнгөлөккә термоста ултыртып ҡалдырырға.Ашар алдынан 30-40 минут алдан, көнөнә 4 тапҡыр ярты стакан шыйыҡсаны йылы килеш эсергә. Был дауаны ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшеү кәрәк, сөнки ҡан баҫымы, йөрәк, бөйөр ауырыуҙары булған һәм һәм үҙ таблеткалары менән дауаланған кешеләргә ҡурйын үләне ярамай.
Ашҡаҙан һәм аппетит.
Ашағандан һуң ауыр булғанда һәм аппетит юғалған саҡта түбәндәге төнәтмәне кәңәш итәләр: 1 аш ҡалағы ваҡланған андыҙға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 40 минут тоталар, һөҙөп алалар һәм бәләкәй миҡдарҙан башлап эсә башлайҙар.
Йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарға андыҙ эсеү кәңәш ителмәй. Һәр саҡ врач менән кәңәшләшергә кәрәк.