Кешелеккә йәшәү өсөн инструкция
Ҡөрьәндә бынан 14 быуат элек яҙылған. Тик кеше үҙенең тәкәбберлеге, мин- минлеге арҡаһында быны танырға, өйрәнергә теләмәй. Аллаһу Тәғәлә һынауҙар ебәрә, тик аҙҙар ғына быны аңлап, тура юлды таба.
Йә, Раббым, ҡушҡандарыңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып йәшәп, ике донъя рәхәтен күрергә насип ит !
АЛЛАҺУ ТӘҒӘЛӘНӘН ҠӨРЬӘНДӘ КИЛГӘН 99 ҮӘХИ( Ҡыҫҡаса).
1. Һөйләшкәндә тупаҫ булма, татлы телле бул. (2; 83)
2. Асыуыңды йүгәнләп тота бел. (3; 134).
3. Кешеләргә изгелек эшлә, йомарт бул. (28; 77).
4.Тәкәбберләнмә, бушҡа маһайма. (16; 23).
5. Башҡаларҙың хатаһын кисерә бел, ғәфү ит. (24; 22).
6.Ер йөҙөндә сабыр, һалмаҡ бул, йомшаҡ тауыш менән һөйләш. (31; 19).
7. Тауыш күтәреп һөйләшмә. Шуны онотма, донъяла иң йәмһеҙ тауыш- ишәк тауышы. (31; 19).
8. Әй, мөьминдәр! Бер төркөмөгөҙ икенсеһен мыҫҡыллап көлмәһен, кәмһетмәһен! Бәлки улар мыҫҡыллаусынан күпкә яҡшылыр.(49; 11)
9. Раббың бары тик Үҙенә генә ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы, ата- әсәгеҙгә лә изгелекле булыуығыҙҙы ҡәтғи рәүештә бойорҙо. Уларҙың береһе йәки икеһе лә һеҙҙең янда ҡартайһа, уларға ,, уф" тип тә әйтмәгеҙ; уларға ҡысҡырмағыҙ; икеһенә лә яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ! (17; 23).
10. Ата- әсәләрегеҙҙең бүлмәһенә уларҙан рөхсәт һорамайынса кермәгеҙ! (24; 58 )
11.Һай, иман килтергәндәр! Билдәле ваҡытта ҡайтарылырға тейешле бурысығыҙҙы яҙып ҡуйығыҙ. Был шартнәмәне арағыҙҙа ғәҙеллеге менән танылған берәү хилафһыҙ итеп яҙһын. Был Аллаһ ҡаршыһындағы ғәҙеллеккә тура килә, шаһитлыҡ зарури, шикләнерлек урын ҡалдырмай торған эш. (2; 282).
12. Белмәгән нәмәгә һуҡырҙарса эйәрмә.
(17; 36).
13. Әгәр һеҙгә бурыслы кеше ҡыйын хәлдә ҡалған булһа, бурысын түләр өсөн уға уңай ваҡыт бирегеҙ. (2; 280).
14. Иман килтергән кешеләр! Мосолман икәнһегеҙ, Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ, алынмаған рибаларығыҙҙы( проценттарҙы) алмағыҙ!
(2; 278).
15. Гел ялған тыңлама, өҙлөкһөҙ хәрәм( ришүәт ) йыйма. Хөкөм итһәң, ғәҙел хөкөм йөрөт. Хаҡтыр, Аллаһ ғәҙел булғандарҙы ярата. (5; 42).
16. Аллаһ әмерҙәрен еренә еткереп үтәүселәрҙе һәм һүҙҙәрендә тороусыларҙы ярата. (13; 20).
17.Башҡаларға ышанысығыҙҙы юғалтмағыҙ.
(48; 12).
18. Дөрөҫлөктө ялғанға ҡушмағыҙ.
(2; 32).
19.Эй, иман килтергән кешеләр, ғәҙеллекте боҙмағыҙ! Үҙегеҙгә зыян булһа ла, ата- әсәгеҙ һәм туғандарығыҙға ҡаршы килеп булһа ла, Аллаһ ҡушҡанса, дөрөҫ шаһитлыҡ ҡылыусылар булығыҙ.(4; 135).
20.Мираҫ бүлгәндә ғаиләнең бөтә ағзаларына ла өлөш бирегеҙ. (4; 8).