Бер-ике көн һынған ҡул шулай һыҙларға тейештер инде тип түҙеп йөрөнө. Инде ҡулы гипсҡа һыймай ныҡлап шешеп, ауыртыуға түҙә алмай башлағас, күршеһе менән кире дауаханаға китте. Шәкирәне ҡайтармай шунда уҡ хирургия бүлегенә һалдылар. Һыҙлауҙы баҫа торған уколдар сәнскәс инде, нисәмә төн йоҡламаған Шәкирә ҡаты йоҡоға талды . Уянып китһә, саҡ һуштан яҙманы: ҡул бирсәткә кейгән ише ҡап-ҡараға әйләнгән ине. Йәһәт кенә Шәкирәне баш ҡала дауаханаһына ебәрҙеләр. Инде абруйлы профессорҙар ҡарап, ҡулында гангрена башланыуын һәм ҡырҡыуҙан башҡа әмәл ҡалмағанын әйткәстәре, юғалып ҡалды ҡатын.
Аҙағы:
"Ҡулһыҙ нисек йәшәр ул? Ҡулһыҙ ярамай, ауылда бит эшләргә кәрәк. Ә гармуны һуң? Гармунда кем уйнар?" Иренең төҫө итеп ҡәҙерләп кенә һаҡлаған, һағыштарына сыҙай алмай киткән саҡтарында ҡулына алып уйнаған гармунын иҫенә төшөрөп һулҡылдап илап ебәрҙе.
- Юҡ, риза түгелмен! Зинһар, ҡулымды һаҡлап ҡалығыҙ! - тип ҡысҡырып илаған ҡатынға врачтар тынысландырыусы укол ҡаҙап сығып киттеләр. Инде ҡулы ғына түгел, ғүмере ҡыл өҫтөндә булған Шәкирәне операцияға ризалығын һорап, ҡыҙы Ынйыға хәбәр иттеләр. Шеш ҡайтмай, тотош шешкән ҡулы. Еүеш гангренаны сухойға әйләндерәбеҙ тип разрез яһап ҡаранылар. Юҡ, хәле яҡшырманы Шәкирәнең.
Әйтер һүҙен нимәнән башларға белмәй, күҙҙәренә тура ҡара алмай, ишек төбөндә шаңҡып баҫып торған Ынйыһын күргәс, хәсрәте тағы ла көсәйҙе. Оҙаҡламай медсестра инеп, ҡыҙын профессор менән осрашыуға алып киткәс, уны көткән ваҡыт араһы мәңгелек һымаҡ тойолдо.
- Әсәй...
- Барып та килдеңме, ҡыҙым? Нимә тине профессор?
- Әсәй, ҡулыңды киҫәбеҙ тип әйтәләр. Заражение киткән. Ҡырҡтырмаһаң, үләһең тиҙәр. Ҡул суғың да ныҡ һынған. Бөгөн эшләмәһәләр, дүшәмбегә тиклем һуң булыуы бар. Ризалаш, әсәй. Мине, ейәндәреңде уйла. Яңғыҙ ҡалдырма мине, әсәй, - тип илап ебәрҙе балаҡайы.
Оҙаҡҡа һуҙылған ошо тынлыҡтан шул иртәнге мәлгә кире ҡайтыр ине лә бит, тик ваҡытты кире яҡҡа әйләндереп булмай.
- Ярай, ни хәл итәһең инде хәҙер. Киҫһендәр, улайһа...
Рөхсәт итеп ҡыҙы ҡултамғаһын ҡуйыуы ла булды, операция бүлмәһенә Шәкирәне алып инеп, ҡулын тулыһынса терһәктән юғары киҫеп тә ҡуйҙылар. Инде һул ҡулы юҡ. "Әле оҙаҡ ҡына ҡулым бар икән тип тойоп йөрөйәсәкһегеҙ, ҡыйын булыр инде башта. Иң мөһиме - үҙегеҙ иҫән", - тип оҙатып ҡалды профессор, дауахананан сыҡҡанда.
Ҡыҙы бер аҙна тирәһе янында булды ла, ҡайтып китте. Бер үҙе өйөндә толҡа тапмай, унда тотоноп ҡараны, икенсеһен башланы. Ахыр сиктә, күҙе сумаҙанында ятҡан гармунға төштө. Ипләп кенә тартып сығарып, иҙәнгә ултырты ла һул ҡайышын яурын башына эләктереп, һыңар ҡулы менән генә ҡыҫып тотоп төймәләргә баҫып ҡараны. Тубығына ултыртып, башы менән өҫ яғынан баҫты ла уң ҡулы менән тартып "Былбылым"ды уйнаны. Ярты-йорто булып ҡына ишетелде уларҙың мөхәббәт йыры.
Яна минең йөрәгем,
Өҙгөләнә үҙәгем.
Күпме һөйләһәм дә бөтмәҫ
Әйтер һүҙҙәрем.
Ошонан һуң теймәне ул гармунына. Бер һорап килгәндәрендә, һатырға ла күндергәйнеләр инде. Һуңғы мәлдә генә ҡапыл кире уйланы. Сумаҙанына һалған еренән, кире сығарып, серванттың иң түренә, өҫтөнә сигеүле аҡ таҫтамал ябып, матур итеп ултыртып ҡуйҙы. Өҫтөнә саң ҡундырманы.
* * *
Хәтирәләр диңгеҙенән ысынбарлыҡҡа оҙаҡ ҡайтҡыһы килмәй торҙо Шәкирәнең. Эшләгән хаталарҙы төҙәтеп, әйткән ауыр һүҙҙәрҙе кире ҡайтырып булһасы. Шәкирәнең бар уҙған тормошона, шатлыҡ-ҡайғыларына, бәхетле-бәхетһеҙ саҡтарына шаһит булып ошо гармун ғына ҡалды.
- Дер һелкетеп йәшәгән заманалар бар ине, Зөлфирә. Ни хәл итәһең, ҡазаны бер кем дә һорап алмай. Әсәйем дә "моңло кеше бәхетһеҙ була" тип тыйып ҡарағайны уйнауымды. Тыңлаған булһам, бәлки тормошом да икенсерәк булыр ине тип уйлап ҡуям ҡайһы саҡ.
- Уйнамаған булһағыҙ, ул саҡта Фаяз ағай менән осрашмаҫ инегеҙ. Ағай һымаҡ гармунсылар ҙа юҡ шул хәҙер. Булғандары ла үҙҙәрен алтынға бәрәбәр икәнлеген белмәй, шундай таланттары менән бөйөк сәхнәләрҙе яуларлыҡ итеп уйнап та төрлө сәбәптәр арҡаһында асылмай ҡала, шунан үҙ-үҙенә бикләнә. Ситлектәге һандуғасҡа оҡшатам мин ундайҙарҙы, киң сәхрәләрҙе яңғыратыр урынға, бары тимер ҡоршау аша һыҙғырып ултырған һымаҡ. Ә моңдо бит Хоҙай Тәғәлә тап һеҙҙең аша ҡалғандарға ла өләшә булып сыға. Бына әле лә ошо конкурс аша ысын халыҡ таланттарын асырға тырышам бит, Шәкирә апай - тине Зөлфирә.
- Был гармуным минең генә ғаиләмдең генә яҙмышына шаһит түгел. Ошо ауылда йәшәгән бер быуын кешеләренең яҙмышын, тарихын һаҡлай уның телдәре, Зөлфирә. Һуң ата-әсәйеңдең туйында ла, һине бала табыу йортонан ҡаршылағанда ла ошо гармун булды инде. Күпме ауылдаштарҙың шатлығын да, ҡайғыһын да бүлеште. Шуға ла уның моңон башҡа гармундарҙыҡы менән бутап булмай. Кемдән генә ҡалмай был донъя, берәй ҡасан гармуным да юҡҡа сығырмы икән? Улай булһа ауылдың кисерештәре, күргәндәре, тарихы ла юҡҡа сығасаҡ бит! Ана ултыра, ҡайҙа алып бир әле, күптән ҡулыма алғаным юҡ үҙен.
Зөлфирә ипләп кенә гармунды ҡулына алып, хужаһына тотторҙо. Тубығына ултыртып, һыңар ҡулы менән һыйпап, белгән көйҙәрен иҫенә төшөрөп төймәләренә баҫып сыҡты, аҙаҡтан тупылдатып һөйөп ҡуйҙы гармунын Шәкирә.
- Хәҙер ҡыҙым был йәшендә гармун уйнарға өйрәнмәҫ барыбер, ата-әсәйем иҫтәлеге тип кенә һаҡлар инде ул. Музейға бирһәм, унда ла быяла аҫтында ғына ултырасаҡ - тип күңелендәген әсенеп әйтте Шәкирә.
Ҡапыл гармун телдәренә баҫып "Былбылым"ды уйнап ебәрҙе. Өй эсе генә түгел, бар ауыл урамдары тәҙрә аша һирпелгән сихри моңға сорналды. Әйтерһең дә, тормош баҫып бөршәйеп кенә ҡалған һыңар ҡуллы яңғыҙ ҡатын түгел, әле йәшлек дәрте уйнап торған оҫта гармунсы уйнай. Хисләнеп уйнаны Шәкирә, әйтерһең дә ошо көй барышында ул үҙенең үткән тормошон барланы, бәхетле минуттарын киренән кисерҙе. Шәкирәнең һыр баҫҡан йөҙөндәге йылмайыу әрнеү сатҡыларына алмашынды.Нисек ҡапыл уйнай башлаһа, шулай уҡ ҡапыл уйнауынан туҡтаныШәкирә. Уның сырайы яҡтырып йылмая ине:
- Зөлфирә, һылыуым, ошо ауылыбыҙҙың тарихын һаҡлаған гармунды мин һиңә бүләк итәм. Ҡасандыр Фаязым йәмләгән урында хәҙер һин тырышып эшләйһең, ауылыбыҙға йәм һәм йәшәүгә дәрт бирәһең. Шуға ла һин ошо моң аманатын - гармунды һаҡла. Минең кеүек олоғайғас, ауылыбыҙҙың утын һүндермәй һаҡлаусыға тапшырырһың. Ул да ауылдаштарына илһам биреп, һәр ваҡиғаның шаһиты булып, үҙе лә тарих яҙыр. Ал, ал, ысын, шаяртмайым. Гармун моңон һаҡлаған ауылыбыҙ юғалмаҫ, гармуным да ышаныслы ҡулдарҙа ҡаласағына инанғас, күңелем тынысланды минең. Алла бирһә, гармуным ауылыма бик күп йылдар моң өләшеп тарих биттәренә яҙырлыҡ булһын, йәме.