Мораҙым
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Октября , 10:20

Киләсәгең яҡты булһын, тыуған республикам!

Йәкшәмбе Башҡортостан халҡы төп дәүләт байрамын - Республика көнөн билдәләй. Республика көнөнә арналған ҙур байрам сараһы беҙҙең районда ла юғары кимәлдә үтте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Киләсәгең яҡты булһын, тыуған республикам!Киләсәгең яҡты булһын, тыуған республикам!
Киләсәгең яҡты булһын, тыуған республикам!

 Күгәрсендәрҙең шатлығын уртаҡлашырға хөрмәтле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Фәттәхов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев килде. Сарала ауыл биләмәләре башлыҡтары, хужалыҡтар, учреждениелар, предприятиелар етәкселәре һәм фиҙаҡәр хеҙмәте менән район үҫешенә ҙур өлөш индергән төрлө өлкә эшсәндәре, әлеге мәлдә – илебеҙ именлегенә хәүеф янағанда уның һағына ҡалҡандай баҫҡан ил геройҙары - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнашты. 

 Сара Дан аллеяһындағы “Мәңгелек ут”ҡа, обелискыларға сәскәләр һалыуҙан башланып китте.

 Тантаналы сарала үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән район, республика үҫешенә тос өлөш индергәндәргә хөрмәт күрһәтелде, лайыҡлы исемдәр, маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас