Мораҙым
-1 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
5 Октября , 07:15

Изге һөнәр эйәһе ул – Уҡытыусы!

Ауыр ҙа, яуаплы ла, шул уҡ ваҡытта хөрмәтле лә был һөнәр! Районыбыҙҙа бар булмышы менән ысын уҡытыусы булған, тимәк, балаларҙы яратҡан, үҙ эшенә мөкиббән киткән, үҙе уҡытҡан фәнде биш бармағы кеүек белгән, заман менән бергә атлаған алдынғы ҡарашлы, тәрән белемле педагогтар байтаҡ. Уларҙың береһе - М.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының физика, математика һәм информатика уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Алик Роберт улы Ғүмәровтың уҡытыусы булараҡ мәктәп ишеген асып инеүенә 31 йыл үткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Изге һөнәр эйәһе ул – Уҡытыусы!Изге һөнәр эйәһе ул – Уҡытыусы!
Изге һөнәр эйәһе ул – Уҡытыусы!

Өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт арауығында Алик Роберт улы Ғүмәров күпме балаға төплө аң-белем, тәрбиә биргән һәм күпме уҡыусы, ата-әсә үҙ йөрәгендә уға ҡарата рәхмәт һүҙҙәрен йөрөтә икәнлеген күҙ алдына ла килтереүе ауыр! Тәжрибәле уҡытыусы тәү ҡарауға үтә ҡыҙыҡ һымаҡ тойолмаған һәм һандарҙан ғына торған, иҫәп-хисапҡа ҡоролған фәндәргә ҡарата уҡыусылары күңелендә тәрән һөйөү уята. Уның дәрестәре үҙенең аңлайышлы, тормошсан булыуы менән айырылып тора.

Күгәрсен ауылында ауыл интеллигенттары ғаиләһендә тыуып үҫкән Алик Ғүмәров: атаһы Роберт Миҙхәт улы Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы райондың төрлө хужалыҡтарында зоотехник булып эшләй, тәүҙә Бәләбәй педагогия училищеһында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетында белем алған әсәһе Нәзирә Шакир ҡыҙы иһә бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай. Әйткәндәй, Алик Роберт улы ғына түгел, уның ҡустыһы Альберт та әсәләренең юлын дауам итеп, уҡытыусылыҡ юлын һайлаған.

 

Алик Роберт улы тәүге тапҡыр мәктәп ишеген 1981 йылда асып инә. Был ваҡытта уның ата-әсәһе Яңы Хвалында эшләгәс, шул ауыл мәктәбенә уҡырға бара. Белем донъяһына ишек асҡан тәүге уҡытыусыһы Көнһылыу Хәмит ҡыҙы Хоҙайғолованы әле лә оло хөрмәт менән иҫкә ала ул. 1983 йылда атаһын Ейәнсура районының “Инәк” совхозына баш зоотехник итеп эшкә күсерәләр һәм уларҙың ғаиләһе шунда күсә.

 

- Мәктәп йылдары иң сағыу ваҡиғалары менән хәтергә һеңгән. Мин Советтар Союзында тыуҙым, октябренок та, пионер ҙа булдыҡ. Мәктәп тормошо бик ҡыҙыҡлы булды, уҡып ҡына ҡалманыҡ, Тимуровсылар эше менән әүҙем шөғөлләндек, беҙгә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын тере килеш күреп өлгөрөү, аралашыу бәхете тейҙе. Традицион өмәләрҙән тыш, макулатура, металлолом йыйыу менән шөғөлләнеүебеҙ ҙә иҫтә ҡалған. Иң әүҙемдәрҙе һәр яҡлап дәртләндерәләр ине - күп кенә уҡыусылар менән бер рәттән мин дә 1986 йылда туристик төркөм составында Ленинград һәм Мәскәүҙә, ә 1989 йылда Ульяновск ҡалаһында булдым.

 

Ата-әсәләргә йорт эштәрендә ярҙам итергә лә,  үҙ эштәребеҙ менән шөғөлләнергә лә өлгөрә инек. Буш ваҡытта китаптар уҡырға яраттым. Уҡырға, яҙырға мәктәпкә төшкәнсе үк өйрәндем, әсәйем әле лә ҙур гәзиттәрҙең ситтәренә яҙып бөткәнемде хәтерләй.

Бөтә предметтарҙы ла яраттым, бер яҡтан, теүәл фәндәрҙе - математика менән физиканы үҙ иттем, икенсе яҡтан, тарих, география, әҙәбиәт тә бик оҡшай торғайны.

 Беҙҙең бала саҡта китап, гәзит-журнал уҡырға яратмаған кешеләр бик һирәк булды. Китап уҡыу “ене” мине лә урап үтмәне. Айырыуса сәйәхәт, һуғыш, тарих, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһындағы әҫәрҙәрҙеуҡырға яраттым. Хәҙер интернетта йәнең теләгән әҫәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен табырға була, ә ул ваҡытта беҙ Жюль Верндың “Серле утрау”, Фенимор Куперҙың “Могикандарҙың һуңғыһы” кеүек оҙон-оҙон әҫәрҙәрҙе йотлоғоп, мауығып уҡый инек. Өйөбөҙҙә “Глобус” географик йыйынтығының бер нисә томы булды. Улар минең иң яратҡан китаптарым ине. Бала саҡ фантазияһы төрлө илдәр буйлап “сәйәхәт итергә”, төрлө илдәрҙе һәм континенттарҙы күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә ине.

 

 Атай-әсәйем һәр совет кешеһе кеүек үк күпләп гәзит-журнал алдырҙы. Беҙҙең өсөн улар “Техника молодежи” һәм “Костер” тигән журналдарға яҙылды. Был баҫмалар ойошторған кроссвордтар конкурсында ҡатнашҡанымды һәм миңә ҡиммәтле приз – китап ебәргәндәрен  хәтерләйем. Хәҙерге заман үлсәмдәре буйынса ваҡ-төйәк кеүек, әммә шул ваҡыттағы үҫмер өсөн Мәскәүҙән үҙ исеме яҙылған конверт менән приз алыуы үҙе бер иҫтәлекле, шатлыҡлы хәл ине, - ти Алик Роберт улы мәктәп йылдарын хәтерләп.

 

Уҡытыусылары хаҡында ла  уның күңелендә тик йылы хәтирәләр ген ҡалған:

- Уҡытыусыларымдан бик уңдым, ул ваҡытта улар сағыштырмаса йәш, әммә үҙ өлкәләрендә тәжрибәле һәм компетентлы ине. Уларҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлемен, шулай ҙа физика уҡытыусыһы Ғайсин Илдар Миңшәриф улын, оло йөрәкле уҡытыусыны, айырым билдәләргә теләйем, ул иң ҡатмарлы материалды ла бер яҡтан мауыҡтырғыс, икенсе яҡтан ябай итеп өйрәтә ине. Уның дәрестәре, ысынлап та, бик ҡыҙыҡлы үтә торғайны, физика кабинеты, уның төрлө приборҙар менән тулы лабораторияһы беҙ - малайҙар өсөн ысын мөғжизәләр донъяһы кеүек тойолдо. Физик-математик ауыҙынан сәйер яңғырауы ихтимал, әммә мин шулай уҡ рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Клара Ғата ҡыҙы Дәминеваны, рус әҙәбиәте донъяһын асҡан кешене, айырыуса йылылыҡ менән иҫкә алам. Тап ул беҙҙә ватандаш авторҙарҙың әҫәрҙәренә һөйөү тәрбиәләне, уның дәрестәрендә беҙ шиғырҙар уҡып ҡына ҡалманыҡ, ә тулыһынса ятланыҡ, әле лә Лермонтов шиғырҙарының айырым юлдарын яттан һөйләй йәки шул уҡ Печорин Григорий Александровичтың ҡатмарлы характеры үҙенсәлектәре тураһында әңгәмәләшә алам икән – был иң тәү сиратта уҡытыусымдың хеҙмәт емеше, - ти ул.  

 

Алик Роберт улы  1995 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлап, районға эшкә ҡайта. Хеҙмәт юлын Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә (уны “татар мәктәбе” тип тә йөрөттөләр) башлай. Оптимизация башланып, ул эшләгән мәктәп Мораҡ 1-се урта мәктәбенә ҡушылғас, гимназияға эшкә күсә. Әйткәндәй,  Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә эшләү менән бер рәттән 2002 йылдан алып Мораҡ башҡорт гимназияһында ла уҡыта, 2006 йылдан бында даими эшләй.  Өс фәнде алып бара: математика, информатика һәм физика, һуңғы ун йылда йыл һайын тиерлек сығарылыш уҡыусыларын ошо предметтар буйынса берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләй.

Гимназияла эшләгән йылдарында биш сығарылыш класын сығара (2012, 2017, 2019, 2024, 2026 йылдарҙа).

 Алик Роберт улының тәжрибәле, үҙ эшен һәм уҡыусыларын яратҡан уҡытыусы булыуы хаҡында уҡыусыларының уңыштары һөйләй: быйыл, мәҫәлән, 22 уҡыусының 20-һе математиканан БДИ-ла 70 һәм унан күберәк балл  (ете уҡыусыһы 80 һәм унан күберәк балл) йыйған! Информатиканан өс уҡыусыһы 80 һәм унан күберәк балл ала.

 Уның класынан 22 баланың 11-е мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаған.

“ Берҙәм дәүдәт имтихандары үткәргән ваҡытта беҙ, класс етәкселәре, ғәҙәттә, сығарылыш уҡыусыларын коридорҙа көтәбеҙ һәм минең өсөн иң күңелле тойғоларҙың береһе - уҡыусым имтихан үткәреү пункты ишегенән сығып, яныма килә һәм йылмайып: “Алик Робертович! Мин эшләнем! Мин булдырҙым”, - ти”,  – ти тәжрибәле уҡытыусы.

 

 Һуңғы бер нисә йылда башлыса 10-11-се кластар менән эшләй. һәм уларҙың класс етәксеһе лә булып тора.

 

“Һәр класс - минең тормошомдоң билдәле бер этабы, һәр сығарылған класс үҙе менән йөрәгемдең бер өлөшөн алып китә”, - ти ул.

 

Алик Роберт улы бына тигән ғаилә башлығы ла! Ҡатыны Светлана шулай уҡ беҙҙең райондан. Быйылғы йыл уларҙың ғаиләһе өсөн бик иҫтәлекле булған: көмөш туйҙарын билдәләгәндәр;  улдары Алмаз Өфө дәүләт нефть техник университетының магистратураһын тамамлаған (әлеге көндә ул Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй); ҡыҙҙары  Гөлназ гимназияны уңышлы тамамлап, Ҡазан милли тикшеренеү технология университетына уҡырға ингән.

Алик Роберт улын һәм барлыҡ уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

 (Алик Роберт улы тураһындағы тулы яҙманы гәзитебеҙҙең 40-сы һанында уҡығыҙ).  

Фотолар шәхси архивтан алынды. 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас