Мораҙым
+4 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
2 Октября , 10:00

80-дә лә спорттан айырылмай Фәһимә апай

Һаман да спорттан айырылмаған Фәһимә апай Сыңғыҙоваға быйыл 80 йәш тулды. Тормоштоң һәр көнөнән йәм табып йәшәгән педагогик хеҙмәт ветеранының ҡыҙыҡһыныуҙары, яратҡан шөғөлдәре бик күп...

Добавить в предпочтительные источники Google
80-дә лә спорттан айырылмай Фәһимә апай80-дә лә спорттан айырылмай Фәһимә апай
80-дә лә спорттан айырылмай Фәһимә апай

 Фәһимә Шәһивәли ҡыҙы Сыңғыҙова1946 йылдың сентябрендә Учалы районының Учалы ауылында ишле ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ була ул. Айырыуса саңғыла шыуыуҙы үҙ итә. 

Мәктәптә уҡығанда бар фәндәрҙән дә матур өлгәшә. Саңғы ярыштарында үҙ тиҫтерҙәренә алдынғылыҡты бирмәй. Мәктәптең йыйылма командаһы составында тора, Белорет, Өфө ҡалаларында уҙған республика беренселектәрендә ҡатнашып, йыш ҡына призлы урындар яулай.

 1965 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инеп, рус-башҡорт бүлегендә белем ала. Студент йылдарында ла саңғыға ынтылышын ташламай, институт командаһы менән күп ярыштарҙа ҡатнаша.

Әйткәндәй, уның тормош иптәше Салауат ағай Сыңғыҙов та пелагог. 

Стәрлетамаҡ педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты табыштыра Сыңғыҙовтарҙы. Ғорурлығы йөҙөнә сыҡҡан, хатта бер аҙ ҡырыҫыраҡ та тойолған Учалы һылыуы менән ара-тирә аралашып йөрөһә лә, яҡынлашып китергә егеттең ҡыйыулығы етмәй. Әммә яйы үҙенән-үҙе килеп сыға: I  курс аҙағында студенттар Әнғәм Атнабаевтың “Әсә хөкөмө” драмаһын сәхнәләштереп, Мәләүез, Федоровка райондарына  гастролгә сыға. Спектакль барышында төп геройҙарҙың береһен уйнаған Фәһимә Салауатҡа “Мин яратам һине, һөлөк!” тип ҡысҡырырға тейеш була. Ун һигеҙ ерҙә ҡуйылған тамашала ун һигеҙ тапҡыр яңғырай был һүҙҙәр. Сәхнәләге “һөйөү” тора-бара ысын хистәргә, ысын мөхәббәткә әйләнә. Бер-береһен дүрт йыл буйы һынап, дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғына сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Никах сәғәттәре, бәлки, алдараҡ та һуғыр ине, ҡыҙ уҡып бөтмәйенсә тормош ҡорорға ҡырҡа ҡаршы сыға. Уның ҡарауы, бер була, берәгәйле була уларҙың ҡорған оялары – Илшат, Азамат, Илназ исемле өс ул, Айгөл исемле бер ҡыҙ үҫтереп, бына инде нисәмә тиҫтә йыл бер бөтөн, бер йән булып ғүмер итәләр.

Ҡулдарына диплом алғас, ике йәш белгес юллама буйынса данлыҡлы Хоҙайбирҙин урта мәктәбенә эшкә ебәрелә.

 Мәктәптең ул ваҡытта гөрләп торған сағы, ике сменалы мәктәптә 460 бала белем ала, 30-ҙан артыҡ уҡытыусы эшләй. Салауат ағайҙы  завуч итеп тәғәйенләйҙәр, Фәһимә апай рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

 Фәһимә апайҙың педагогик стажы - 38 йыл, шул йылдарҙа ул тәрбиә һәм белем биреү буйынса ниндәй генә эштәр башҡармай: һәр йыл һайын класс етәкселеге, үҙ предметы һәм класстан тыш эштәр буйынса 5-6 түңәрәк алып бара. Бар эште лә еренә еткереп башҡарҙы ул. Мәктәп яны участкаһында баҡса менән дә етәкселек итте, тел һәм әҙәбиәт буйынса мәктәп методик берекмәһе етәксеһе, тиҫтә йылдар профсоюз ойошмаһы рәйесе булып эшләне. Районда беренселәрҙән булып “Уҡытыусы-методист” исемен алаюғары категориялы уҡытыусы.

Тәбиғәттән бирелгән ҡыҙыҡһыныусанлыҡҡа эйә Фәһимә апайҙың яратҡан шөғөлдәре берәү генә түгел, бер нисәү! Шуларҙың береһе – баҡса үҫтереү.

 Икенсе шөғөлө – сканвордтар сисеү. Өсөнсө ҡыҙыҡһыныуы – фотоға төшөрөргә ярата.

 Спортҡа булған һөйөүен ул балаларына ла биргән. Сыңғыҙовтар бергә йыйылғанда футбол, волейбол уйнау улар өсөн ғәҙәти күренеш. Бынан тыш, саңғы шыуырға, йүгерергә яраталар, районда үткән спорт ярыштарынан ситтә ҡалмайҙар, сәйәхәт итергә яраталар.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас