

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Ғөбәй улы Сәлиховҡа РФ Фән һәм мәғариф министрлығының “За безупречный труд и отличие” миҙалы тапшырылды.
Әхәт Ғөбәй улы, билдәле булыуынса, 1966 йылдың 12 июнендә Бикеш ауылында тыуған. Сәйетҡол мәктәбен тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих-педагогия факультетында белем ала. Хеҙмәт юлы 1992 йылда башлана һәм шул осорҙан алып ул ғилем юлында. Бөгөнгө көндә ул - Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты.
“Әхәт Ғөбәй улы Сәлиховтың исеме бөгөн Башҡортостан Республикаһынан ситтә – Рәсәйҙең академик даирәләрендә лә, төрки телле илдәрҙең фәнни һәм мәҙәни үҙәктәрендә лә киң билдәле. Уның тормош юлы һәм фәнни эшмәкәрлеге фундаменталь академик тикшеренеүҙәрҙе мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм актуалләштереүҙең практик миссияһы менән синтезлауҙың һирәк осраған миҫалы булып тора”, - тип яҙа уның хаҡында хеҙмәттәше, БР Фәндәр академияһының социаль-гуманитар фәндәр һәм технологиялар бүлегенең ғилми секретары, филология фәндәре кандидаты Гүзәлиә ИЛЬЯСОВА.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Уңыштар һеҙгә, Әхәт Ғөбәй улы!