

Сарала ҡатнашыусыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде. Призлы урындар ихтыяр көсө ныҡ, физик яҡтан әҙерлеге яҡшы булғандар өлөшөнә насип булды. Бындай сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүсе, иң мөһиме – башҡалар рәтендә үҙ көсөңдө һынап ҡарау, тиһәләр ҙә, бөтәһенән дә алда килгән һәм призлы урындар алған йүгеректәр, барыбер ҙә, айырым бер кинәнес, ҡыуаныс кисергәндер. Әйткәндәй, ярышта 3 йәштән алып 80 йәшкә тиклемге йүгеректәр ҡатнашты.