Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
20 Сентября , 12:49

Мөһим кампанияға етди ҡарайҙар

Мәҡсүттәр, ереклеләр һайлауға һәр саҡ етди ҡарай. Мәҡсүт ауылындағы 2428- се һайлау участкаһына бөгөн дә халыҡ әүҙем килде. Беҙ участкала Антонида менән Александр Песчанкиндарҙы тап иттек. Матур парҙың бергә- бергә йәшәүенә хәҙер 47 йыл булған. Антонида Александровна ғүмер баҡый акушер булып эшләгән, ә Александр Михайлович Сочиҙың олимпия ҡаласығын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Бөгөн тауыш бирергә килеүсе Флүрә Хәбибуллина бар ғүмерен сауҙа өлкәһенә бағышлаған. Ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, ауыл йәмен тойоп йәшәй ул. Ә бына күптәнге танышыбыҙ, тирә-яҡҡа һәр яҡлап өлгө булып йәшәүсе чернобылсы - Салауат Хөсәйенов, йәмәғәте менән бергә һайлауҙың тәүге көндәрендә үк килеп, гражданлыҡ бурысын үтәгән. Күп бала тәрбиәләүсе Әлфиә Дәүләтбаева менән Зиннур Фәхретдиновтар ҙа, амбулаторияның намыҫлы медицина хеҙмәткәрҙәре лә күптән тауыш биреп өлгөргән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлауҙың бөгөн аҙаҡҡы көнө! 20.00 сәғәттә һайлау участкалары үҙ ишеген яба.

Мөһим кампанияға етди ҡарайҙарМөһим кампанияға етди ҡарайҙар

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас