

Бер-нисә йыл элек "Айыҡ ауыл" бәйһегендә еңеп, районыбыҙҙы бөтә республикаға данлаған исемдәр Берҙәм һайлау көнөнә лә байрам төҫө бирҙеләр. Исем күп функциялы ауыл клубынан яңғыраған дәртле моңдар кәйефте күтәрҙе, бында урынлашҡан 2425- се һайлау участкаһы комиссия ағзалары (рәйесе Тәлғәт Сәлихов) һәр килгән кешене яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Бар ғүмерен ауыл хужалығы өлкәһендә намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған, быйыл 90 йәшен туйлаусы Сәлихова Ғәлиә Шәһит ҡыҙы, баҡтиһәң, һайлауҙың иң тәүге көнөндә үк участкаға килеп, тауыш биргән. " Тынғыһыҙ йәнле ул өләсәйем, йәштәрҙән өлгөрөрәк", - ти яҡын кешеһе хаҡында Исем ауыл хакимиәте башлығы Юлиә Таһир ҡыҙы. Исем ауылының дәртле, шуҡ егете - тиҙҙән армия сафына баҫырға әҙепләнеүсе Денис Уразов быйыл беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡан. Ауыл әүҙеме Михаил Хренов, Исем амбулаторияһының уңған хеҙмәткәрҙәре, Моҡас ауылынан килгән Яхиндар ғаиләһе бөтәһе лә: "Матур һәм тыныс тормош өсөн тауыш бирҙек"тиҙәр.