Ил инәһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның яҡты эҙҙәре һаҡланған Ил инәһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның яҡты эҙҙәре һаҡланған Туйөмбәт ауылына һәр саҡ күңел талпына. Берҙәм һайлау көнөндә лә юлдарыбыҙ үҙенән-үҙе шул данлы төбәккә илтте. Хөрмәтле яҡташыбыҙ исемендәге йорт-музейҙа урынлашҡан 2431- се һайлау участкаһынан өсөнсө көн инде халыҡ өҙөлмәй. Комиссия рәйесе Фирҙәүес Кәримова әйтеүенсә, күпселек тәүге ике көндә килеп, тауыш биргән. Иң йәш һайлаусы - Зәлиә Радик ҡыҙы ла күптән гражданлыҡ бурысын үтәгән. Фирҙәүес Нисфат ҡыҙы Кәримова улы, килене, ейәндәре менән күмәкләшеп һайлауҙа ҡатнашҡан. Әйткәндәй, уның 13 ейән-ейәнсәре бар; өс батыр ейәне әлеге ваҡытта илебеҙ һәм еребеҙ именлеге һағында тора. Булдыҡлы эшҡыуарҙар - Эльвира менән Ғәбделйәүәс Мырҙабаевтар ҙа яңы дәүер батырын үҫтергән изгелекле әсә- ата. Улар ҙа, һайлауҙың беренсе көнөндә үк тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәгән һуғыш осоро балаһы - Урал Һөйөндөков та "киләсәккә аҡ өмөттәр бағлап тауыш бирҙек"тип, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.Хөрмәтле яҡташыбыҙ исемендәге йорт-музейҙа урынлашҡан 2431- се һайлау участкаһынан өсөнсө көн инде халыҡ өҙөлмәй. Комиссия рәйесе Фирҙәүес Кәримова әйтеүенсә, күпселек тәүге ике көндә килеп, тауыш биргән. Иң йәш һайлаусы - Зәлиә Радик ҡыҙы ла күптән гражданлыҡ бурысын үтәгән. Фирҙәүес Нисфат ҡыҙы Кәримова улы, килене, ейәндәре менән күмәкләшеп һайлауҙа ҡатнашҡан. Әйткәндәй, уның 13 ейән-ейәнсәре бар; өс батыр ейәне әлеге ваҡытта илебеҙ һәм еребеҙ именлеге һағында тора. Булдыҡлы эшҡыуарҙар - Эльвира менән Ғәбделйәүәс Мырҙабаевтар ҙа яңы дәүер батырын үҫтергән изгелекле әсә- ата. Улар ҙа, һайлауҙың беренсе көнөндә үк тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәгән һуғыш осоро балаһы - Урал Һөйөндөков та "киләсәккә аҡ өмөттәр бағлап тауыш бирҙек"тип, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.