

Ил батырҙарын үҫтергән, ғәзиздәренә аҡ теләктәр теләп яныусы әсәләр, һөйөклөләре менән күрешеү минуттарын сабыр ғына көтөүсе яугир ҡатындары... Һәр ҡайһыһы ҡаҡшамаҫ рухы, сабыр күңеле менән беҙгә өлгө булып тора һәм беҙҙең тәрән ихтирам- хөрмәткә лайыҡ. Кисәле- бөгөнлө үҙ участкаларында тауыш биреп, гражданлыҡ бурыстарын үтәүҙә лә әүҙемлек күрһәтте улар. Юлдыбай ауылында йәшәүсе, 2435- се һайлау участкаһында бөгөн тауыш биреүсе Рәмзиә менән Муса Миңлебаевтарҙың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары алғы һыҙыҡта һәләк булған. Күңел көрлөгөн юғалтмайынса, "яҡташтарыбыҙ, ил улдары имен йөрөһөн, Еңеү менән ҡайтһын"тигән матур теләктәрен белдереп, гражданлыҡ бурысын үтәне ныҡ йөрәкле, сабыр йәнле ата-әсә. Фотоларҙа: 2407-се һайлау участкаһынан ( Семён-Петровский) һәм 2435- се һайлау участкаһынан ( Юлдыбай) күренештәр.