Тәскирә Даянова
Ҡуш беләҙек
Хикәйә
Маҡсатына иреште Хәбир. Бөгөн үҙенең автосервисын асыуҙы байрам итә. Үҙе һәм уның ике коллегаһы, шул уҡ ваҡытта уның эшселәре лә шулар. Уйлай китһәң... Урта мәктәпте бөткәне бирле катаржан кеүек эшләне лә эшләне инде. Тәүлектең 16, хатта 18 сәғәте эш менән үтә ине. Мехфакта уҡыу менән бер рәттән, эшләмәгән эше ҡалманы. Студент сағынан башлап тинләп аҡса туплау менән мәшғүл булды.
Ата-әсәһе ике ҡыҙын кейәүгә биреп, туйҙар үткәргәс, инде артабан тыныс йәшәү хаҡында хыялланғанда кинәт яралған бала ине Хәбир. Шуға күрә ата-әсәһе баланы түгел, бала ата-әсәне ҡарарға тейеш тип үҫмер сағынан ҡанына һеңгәйне. Хәбир уңды-һулды айыра башлағанда ата-әсәһе ныҡ ҡына ҡаҡшап өлгөргәйне инде. Таң һарыһынан тороп, ҡараңғы төшкәнгә тиклем үҙ хужалығында ҡырмыҫҡа һымаҡ тырбандау инде ауыл тормошо. Өҫтәлеңдә һәр ваҡыт һөтө-майы, ите, йәшелсәһе булһын тиһәң, үҙеңде аяп тормайһың. Ата-әсә лә кинйәләре өсөн йән атып тора, уның өсөн береһенең пенсияһын йыйып барҙы. Ике яҡлап та ошолай тырышыу һөҙөмтәһе – Хәбирҙең арыу фатиры бар. Бына автосервис та асып ебәрҙе. Быға тиклем, был эште төшөнөү өсөн, мехфакты бөтөү менән ҙур автосервиста эшләп, күп тәжрибә йыйып өлгөргәйне. Үҙ эшендә ул тиңһеҙ оҫта. Үҙенә генә хас таксаһы бар. Түрә-ҡара, бай ғына кешеләр уның хеҙмәте өсөн алдан яҙыла.
Ғүмерендә беренсе тапҡыр тигәндәй, оялмай байрам итә бөгөн. Һыйланыр өсөн яҡшы ғына кафе һайланылар. Күршелә генә йәштәр (Хәбир үҙен олоға һанай), студенттар булырға тейеш, кемеһелер тыуған көнөн үткәрә. Ике өҫтәлде ҡушып бер итеп алғандар. Ул яҡта күңелле: тауыштар гөрләй, йырлап-бейеп тә алалар. Хәбир өҫтәлендәге һымаҡ туҡтауһыҙ бокал күтәрмәй ҙә күңелле ултыралар. Егеткә ҡаршы ғына бер ҡыҙ урынлашҡан. Башта Хәбир уларға бөтөнләй иғтибар итмәне. Бала-сағаға ҡарап ултырырға шаҡтай олпат та инде ул. Уға быйыл көҙ 26 йәш тулды. Тора-бара, хәмер парҙары башына китә башлағас, күршеләге мәжлескә иғтибар итә төштө. Теге йәш кенә ҡыҙ унан күҙен алмай түгелме һуң? Эйе, Хәбир күркәм егет, күҙ һалмаҫлыҡ түгел. Тик егеттә бер ҙә генә ҡыҙ ҡайғыһы булманы, ваҡыты ла етмәне. Һүҙ ҙә юҡ, ҡыҙ сибәр, йәш. Етмәһә, саҡырыулы, сая ҡараштары менән күптән наҙ күрмәгән йәнде-тәнде арбай. Егет үҙен-үҙе белештермәҫ хәлгә етә бара. Бәй, ҡыҙ бәләкәй сумкаһын яурынына эләктереп, урынынан ҡуҙғала башланы түгелме? Иптәштәре ҡалырға өгөтләп шаулаша.
– Миңә ҡайтырға алыҫ. Автобус йөрөгән саҡта ысҡынып ҡалырға кәрәк, – ти теге.
Хәбир ҙә кеҫәһендә әҙерләп ҡуйған сумманы ҡапшай.
– Артабан үҙегеҙ дауам итегеҙ, бында артығы менән. – Аҡсаны иптәштәре алдына һала ла ашығып ҡуҙғала.
Ҡыҙ ишек алдында тора, әллә уны көтә инде? Хәбир еңел тын алды. Шундай яҡын, күптәнге танышы төҫлө ул. Ике лә уйлап тормай, нәфис кәүҙәне стенаға һыланы, ике ҡулы менән юлды кәртәләне. Ҡыҙ ҙа сәбәләнмәй, унан күҙҙәрен алмай. Егет матур ирендәргә үрелә, ҡаршылыҡ булмағас, ҡыйыу итеп үбә.
– Киттекме миңә?
– Киттек.
Егет ашығып такси саҡыра. Уныһы ла көтөп кенә торған, ахрыһы. Килеп тә етте. Артҡы урында яратышыуҙы дауам итергә теләүселәргә оло ғына таксист аҡайып ҡарай. Ни хәл итәһең, сабыр итергә тура килә. Ҡалғаны тоноҡ ҡына иҫтә. Ҡыҙ ғиффәтле ине.
– Ниңә әйтмәнең, иҫәркәй?
– Һине тағы ҡасан күрермен дә, ҡасан осратырмын?
Хәбир, ғәҙәттәгесә, иртә уянды. Бөгөн ял, тормаҫҡа ла булыр ине. Ҡыҙ сабый йоҡоһо менән йоҡлай. Шундай бала ғына бит. Ә сибәр үҙе. Оҙон керпектәре еүеш. Илап алған да яңы ғына серемгә киткәндер. Ҡыйғас ҡаштары, алһыу таңдай бит остары, күпереп кенә торған сейә ирендәре ҡарап туймаҫлыҡ. Йылтыр ҡара сәстәре мендәргә һибелгән. Егет ҡурҡыуға ҡалды: бәлиғ булғанмы был бала? Әгәр яуап биреп йөрөргә тура килһә, яңы асҡан бизнесың йәһәннәмгә осасаҡ. Ҡыҙыҡайҙың күңелен күрергә кәрәк. Егеттең һыуытҡысы буш ине. Тиҙ генә яҡындағы кафеға заказ ебәрҙе: салат-малат, манты, сейә бәлеше. Үҙе ҡойоноп алырға душҡа инеп китте.
Йомшаҡ ҡына өй салбары, футболка кейеп алып йоҡо бүлмәһенә инһә, ҡыҙ уянған, матур күҙҙәрен тултырып уға ҡарап ята. Шайтаның, ҡалай һоҡланғыс!
– Хәйерле иртә, иҫәркәй! Һиңә ун һигеҙ бармы һуң? Мине төрмәгә ултыртырға уйламайһыңдыр бит? Ниңә мине, күптән ҡатын-ҡыҙ күрмәгән кешене, шулай иҫәрләндерҙең инде? Уф, баш киткәйне шул.
Ҡыҙ һонолоп ҡына кескәй сумкаһын алып, паспортын сығарып һуҙҙы. Ҡыҙға йәй ун һигеҙ тулған икән.
– Үҙе йығылған иламай.
– Иламаҫһыңмы?
– Юҡ...
“Аптыраш... Ах, шайтан, ниндәй аҙап менән үҙенә ҡул һелтәп, беренсе күргән кешегә эйәргән был бала... Йә, үҙе беләлер. Уны ашатып, һыйлап оҙатырға кәрәк”.
Ләйлә (Хәбир уның исемен паспортын ҡарағас ҡына белде) уның һыйҙарын йәш кешеләргә хас булғанса яратып, ҙур теләк менән ашаны. Туйып алғас, кәйефләнеп китеп, ултырғыс артына һөйәлде, хатта амин тотто. “Ҡара һин уны, ундай рәтте мин белмәйем дә”.
– Артабан осрашабыҙҙыр?
– Һин нимә, ҡыҙыҡай, минең свиданиеға йөрөргә ваҡыт бар тиһеңме? Мин, ғөмүмән, ғишыҡлыҡ менән баш вата торған кеше түгел. Ундай юҡ-барҙы алдағы киләсәктә планда тотмайым әлегә.
Ҡыҙҙың күҙе йәшләнде, өнө тынып бер аҙ ултырғандан һуң:
– Мине оҡшатҡан өсөн өйөңә саҡырманыңмы ни? – тип көскә әйтә алды.
– Ну, кәрәк сағы еткәндер инде. Ваҡыты- ваҡыты менән ҡатын-ҡыҙ наҙы иҫкә төшөп ала бит инде. Шунан был хаҡта күп айҙарға онотоп торам. Постоянный кешем булғаны ла юҡ. Кәрәкмәй ҙә. Ну, йәш айырмаһы ла байтаҡ. Һин дә үҙ ишеңде, үҙ тиңеңде табырһың.
Ҡыҙ үҙенекен ҡуймай.
– Ә үҙ тиңемде тапҡансы, һиңә килергә буламы?
– Уф, ну өҙгөсһөң.
– Сәбәбе бар. Номерыңды бир.
Тәки үҙенекен итте. Номерҙы алғандан һуң, хәбәрҙәрен яуҙырҙы ғына:
– Бөгөн көн шулай үтте...
– Шул преподтың дәрестәре йоҡоно килтерә, ә был уҡытыусыныҡы һиҙелмәй ҙә ҡала...
– Беләһеңме, миңә предметтарҙың ҡайһыһы оҡшай?
Смайликтар, үҙенә оҡшаған роликтарҙы ебәреп бушаманы. Хәбир был юҡ-барҙы асып, иғтибар итеп тә тормай. Ул бала-саға түгел. Ҡыҙ айына ике мәртәбә булһа ла килергә тырыша: ”Һағындым”, – ти. Хәбир уның университеттан ныҡ йыраҡ йәшәгәнен белде. Әсәһенең апаһы булған кешелә, Черниковканың бер осонда йәшәй. Ҡала транспортында сәғәттән ашыу ваҡыты үтә бер осҡа ғына. Шунан килеп бер ҙур булмаған магазинда ярты ставкаға эшләп йөрөй. Сөнки ҡыҙ әсәһе менән генә үҫкән, яңғыҙ ҡатын ҡыҙына ҙур ярҙам күрһәтә алмай. Тормошта булған ундай хәлдәргә Хәбир аптырамай. Ә бына Ләйләнең юҡ ваҡытын, юҡ аҡсаһын бар итеп уға килергә тырышҡанын ғына аңларға теләмәй. Килгәс, кире ҡаҡмай инде. Төнөн ҡыҙҙы ҡайтарып ебәрергә оялмай. Ләйлә үҙе такси саҡырып ҡайтып китә. Хәбир үҙен шундай мәнһеҙ тота.
Егет 27 йәшен таныш кафела үҙенең эшселәре менән билдәләне. Был ваҡытта уның эшсеһе дүртәү булып киткәйне. Эше лә алға бара, аҡса ла мулыҡты. Байтаҡ ҡына ултырып ташлағандан һуң такси менән фатирына ҡайтты. Иғтибарһыҙ ғына килгән егеткә подъезд эргәһендә берәү ҡаршы күтәрелде. Сүкәйеп, бөршәйеп кенә ултырған ҡыҙға иғтибар ҙа итмәй үтеп бара ине.
– Хәбир, тыуған көнөң менән!
– Оҙаҡ көттөңмө? Эй, өс сәғәт тирәһе инде, пүстәк.
Ҡыҙ уға ҙур булмаған ҡупшы пакеттағы бүләген һуҙҙы.
– Инәһеңме?
– Ваҡытым ҡалманы инде, ҡайтам.
Меҫкен бала үпкәләргә лә белмәй, исмаһам, бүләген бирә алғанына шат. Ә Хәбир уның тыуған көнө ҡасан булғанын да белмәй. Ингәс пакетты бер тартмаға ырғытты ла онотто. Нимә икәнен ҡарап та торманы.
Шулай ваҡыт уҙа бирҙе. Ҡыҙ бала телефон аша үҙенең бер ҡатлы хәбәрҙәрен оҙатыуҙы дауам итте, һағынһа, килеп етте. Ә егет иһә Ләйләнең был ҡылыҡтарын тейешле бер хәл итеп ҡабул итергә өйрәнде. Кәрәк саҡта, төнгө клубҡа сығып, бер төнлөк һөйәрҙәр эҙләүҙән ҡотолдо. Ҡыҙ һағынып килә лә егетенең ҡосағына сума. Был ваҡытта ул шундай бәхетле. Яғымлы ҡараштарын егеттән алмай. Уның бар булмышы нур сәсә. Хәбир уның һылыу йөҙөнә, ҡойоп ҡуйғандай кәүҙәһенә ҡарап туя алмай. Ҡыҙ быны һиҙә, күңеле нығыраҡ йомшара. Тик Хәбир ағаһы уны күктән ергә тиҙ үк төшөрә һала.
– Күҙемә күп күренә башланың, – ти ул.
– Һаман эшенә сумған, үҙенә ал-ял бирмәй тырыша. Ата-әсәһенең тормошон, өй ҡаралтыларын күптән рәтләгән инде, уларға бурысын да ҡайтарған. Үҙенең өҫ-башы ла гел яҡшынан, юғары брендлы әйберҙәрҙән ғибәрәт.
Бер килеүендә Ләйлә тағы осрашып йәшәү, ысын мөнәсәбәттәр булдырыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатты.
– Юҡ тип бер әйттем бит инде! – Хәбирҙең ҡатҡан күңеле һис йомшармай ине.
– Һиңә оҡшайым бит, нимә тип ҡыртлашаһың?
– Сәбәбен күптән әйткәнмен. Кемгәлер яуаплы булыу, ғишыҡ тотоуҙар минең эш түгел тип.
– Иҫәр. Мин тиккә йөрөйөммө һиңә? Тәү күргән көндө үк ғашиҡ булдым, шуны аңламайһыңмы ни? Түшәк өсөн йөрөйөммө ни? Һинән башҡаны күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Һанламайһың инде, тәүге көндә үк бирелгәс, еңел-елпе тип уйлайһыңдыр. Башҡаларға ҡулымды ла тотторғаным юҡ минең. Бары һин, һин тәүге үптергән, ҡосаҡлатҡан егетем.
– Улай тип уйламайым. Һин ысынлап та саф йәнле, саф тәнле кеше. Һиңә ғашиҡтар ҙа барҙыр.
– Юҡ, башҡалар кәрәкмәй! – Ҡыҙ илап, үпкәләп ҡайтып китә.
* * *
Хәбиргә егерме һигеҙ тулғанда өс автосервисы бар ине. Хатта бер аҙ йомшарып алырға мөмкин булыр ине. Юҡ, һаман үҙе лә эшселәре менән эшләй, улар ҙа – юғары кимәлдәге оҫталар. Хужа уларҙы рәнйетмәй, яҡшы эш хаҡы түләй. Ул ҡалаға яҡын бер нисә районда ла үҙенең автосервистарын асырға планлаштырған. Һәм үҙ теләгенә ирешәсәк тә. Эш менән мауығып, Ләйләне бөтөнләй иҫенә төшөрмәгән икән. Ни хәлдәлер. Уныһы шуны ғына көтөп торған тиерһең, шылтыратып та ебәрҙе. Әллә уйын һиҙә инде?
– Ни хәл? Һине һағындым.
– Кил.
– Мин хәҙер!
Сәғәт үттеме, юҡмы, килеп тә етте. Бик ябыҡҡан. Курткаһы кейем элгестә тора тиерһең, буп-буш булып ҡалған. Балҡып торған йөҙө һурылған.
– Ни булды?
– Сессия булды. Үҙең белергә тейешһең. Экзамен биргәндә хәлдән тайып йығылдым. Магазиндан сығарға тура килде. Мин хәҙер хәйерсе студентка. Каникулда икенсе урындан эш эҙләйем.
– Мин һиңә ярҙам итәм, рәхәтләнеп.
– Нимә, аҡса тәҡдим итмәксеһеңме? Уйлама ла. Мин фәхишә түгел аҡса өсөн йөрөргә. Кәрәкмәй аҡсаң!
“Ә нимә кәрәк?” тип әйтергә уйлаған егет телен тешләне. Ләйләнең ни тип әйтерен алдан белә бит инде: “Һин кәрәк, аҡсаң түгел” тип әйтере көн кеүек асыҡ.
Ҡәһәрең, күңелгә шундай яҡын. Егет шул хәлгә еткән ҡыҙҙы йәлләй:
– Йоҡлап, хәл йыйып ал, мин ашарға йүнәтеп алайым.
– Йоҡлар өсөн килгәмме ни, ас та түгелмен. Һиңә килдем, һағынып, үлеп.
Ни эшләмәк кәрәк? Егет ҡыҙҙы ҡосағына ала. Иркәләй башлай. Ике аралағы бәйләнеш шулай дауам итә, ваҡыт үтә бирә. Хәбир өҫтөнә бер яуаплылыҡ та алмай. Ҡалай уңайлы.
Ни тиклем ныҡ һымаҡ тойолһа ла, Хәбир бер көн эштән саҡ ҡайтып йығылды. Үҙен шул хәлгә еткергәне юҡ ине бер ҡасан да. Шундай ҙа әҙәм булыр икән. Эшселәре менән бергә һаман да эшләй бирә, отчеттар алып, эш барышын компьютерҙан ғына күҙәтеп барырға була бит инде. Әллә нисә тымауҙы, һалҡын алдырыуҙы аяҡ өҫтө үткәргәйне шул. Кеше тимерҙән яһалмаған, бына бөгөн килеп йығылды. Температураһы ҡырҡҡа етә яҙған, иҫе инәм-сығалы, таблеткалар ҙа ярҙам итмәй.
Ҡыңғырау шылтыраны, көс-хәл менән генә тороп ишек биген асты ла аяҡтары тотмай иҙәнгә йығылды. Ҡалғаны саҡ-саҡ ҡына иҫенә төшә: Ләйлә уны тартып торғоҙорға тырыша, нисек етте шулай һөйрәп килтереп урынға һала. Таҫтамалды һалҡын һыуға манып тәнен сылата, маңлайына ла һыулы сепрәк һала. Бер-бер артлы дарыуҙар ҡаптыра, һыу эсерә. Шулай ике көн үтте, буғай. Өсөнсө көнөн саҡ еңеләйеп, башына һалынған һыулы таҫтамалды алып ташлап тороп ултырҙы. Арып-талған Ләйлә эргәләге креслола бөгәрләнеп кенә йоҡлап киткән. Хәрәкәт һиҙеп шунда уҡ күҙҙәрен асты, уның хәле лә шәптән түгел. Күҙ төптәре ҡапсыҡланған, төҫө ағарып киткән. Ауырыуҙы ҡарап, төндәрен йоҡламай үткәргән. Тора һалып егеттең температураһын үлсәй һалды, ҡәнәғәт йылмайҙы.
– Төшкән. Хәҙер һиңә ашарға кәрәк.
– Гел янымда булдыңмы?
– Эйе.
– Рәхмәт, – тауышы ҡарлығып сыҡты.
Бер ярты сәғәт үтмәне, сәй ҡайнатып, ҡарабойҙай бутҡаһы бешереп өлгөргән. Ярманы ҡыҙ үҙе алған, Хәбирҙең уны бер ҡасан да алғаны юҡ ине. Ныҡ асыҡҡан икән. Аҡ май төшөргән бутҡаны, һөтлө сәй менән оҙата-оҙата ҡомһоҙланып ашаған егетте Ләйлә яңағына таянып күҙәтте. Унан әсәләргә хас бер хәстәрлек, изгелек һирпелә.
- Эй, Хәбир, Хәбир, тәки яңғыҙ интегәһең бит. Мин яныңда булһам, һине шул хәлгә төшөрмәҫ инем.
Инде тамағы туйып, ҡәнәғәтлек кисергән Хәбир рәхәтләнеп кирелеп алды.
– Эйе, ҡайһы ваҡыт янда кеше кәрәк була икән.
– Бәлки, үҙеңә әҙерәк яҡынайтырһың?
Тағы бер балыҡ башы. Бер нәме тылҡыуҙан тәки ялҡмай был ҡыҙ!
– Юҡ.
– Мин саҡ ҡына ла өмөт итә алмайыммы?
– Алмайһың.
– Бер шанс та бирмәйһеңме?
– Бирмәйем.
– Их, Хәбир, таш бәғер. Үҙеңә шулай ҡасандыр бер ғашиҡ булыуҙан ғазапланырға яҙһасы.
– Тағы...
– Мин бит һинең өйөңдә ятырға, һине күҙәтергә, ялҡытырға теләмәйем. Тик үҙеңә саҡ ҡына яҡын ит. Йәрең булайым.
– Юҡ тинем дә инде.
Үлтерҙе тамам, ҡыҙҙың мөхәббәт менән тулы ҡайнар йөрәген телде, ватты, ярсыҡтарға әйләндерҙе.
Был ваҡиғанан һуң байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Тәбиғәт бөтөнләй яҙға тарта, күңелле итеп ҡоштар сутылдай, ҡояш та дәртле ҡыҙҙыра. Хәбирҙең телефонына хәбәр килгән: ”Ғәфү ит мине, Хәбир. Һинән мөхәббәт теләнселәмәм. Бөтәһе лә элеккесә ҡалһын. Тик мине этәрмә генә”. Егет Ләйләнең номерына блок ҡуйҙы. Ниңә уны интектерергә, төңөлгәне яҡшы булыр.
Ямғырлы килде йәй башы. Тота ла ҡойорға керешә. Бер айҙа бөтөн йәйгә етерлек яуғандыр. Хәбирҙең автосервистарында эш ҡайнап тора. Техника бысраҡты яратмай, буғай. Машиналар күп килә. Бер көн бик ашығыс заказ булып, механиктар өлгөрмәгәс, Хәбир үҙе лә эштән бушаманы. Ныҡ арығас, үҙ машинаһы менән түгел, такси саҡыртып ҡайтырға булды. Хатта ҡайтҡас ашарға әҙерләп тормай, душ инер ҙә йығылыр. Башына беренсе тапҡыр: ”Их, Ләйлә килеп, ашарға бешереп көтөп торһон ине”, – тигән уй килде. Ә Ләйлә юҡ, хатта тауышын да ишетмәй, телефонын өҙгән. “Ахмаҡ!” – тип егет үҙен әрләне. Таксиҙан сығып ишеккә табан атланы. Ишек эргәһенән кемдер айырылып, уға ҡараны. Ләйлә. Лысма һыу сәстәренән яға эсенә һыу аға, ҡулдарын джинсовка еңенә йәшергән булған. Ҡалтырай, ирендәре күм-күк. Хәбир бер һүҙ әйтеп тормай, ҡыҙҙың ҡулынан тотоп эскә тартты.
– Шылтыратһаң ни... – һүҙен әйтеп бөтөрмәй, шып туҡтаны. Үҙенең мәғәнәһеҙ ҡылығы ауыҙын йомдорҙо. Ишек төбөндә ҡыҙҙың лысма һыу кейемдәрен систереп алды. Уның өҫтөнә тиҙ генә үҙенең футболкаһын ырғытты. Ә бына һалдат ботинкаһына оҡшаған аяҡ кейемен һалдыра алмай бер булды. Яратмай ошо ботинкаларҙы егет. Ҡыҙҙар кейемеме? Арығанын онотоп, йүгереп йөрөп сәйен ҡайнатты. Һыуытҡыста булған сыр, колбаса кеүек нәмәләрҙе теҙҙе. Ҡыҙ әллә ни һөйләшеп барманы, уның урынына Хәбирҙең ауыҙы ябылманы. Айҙар буйы йыйылып килгән яңылыҡтарын теҙҙе. Һаман йылына алмай ҡалтыранған ҡыҙҙы ҡосағына алып ятты. Ләйлә һаман асылып етмәй ине. Һағыныуын, һағышын баҫырға килгәне аңлашылып тора, ә ауыҙына йөҙөк йәшергән тиерһең. Ныҡ хәтере ҡалған инде. Ҡараштары бөтөнләй башҡаса, элекке кеүек балҡып йылмаймай, бесәй балаһы кеүек һыйынып иркәләнмәй. Үҙен тыйырға тырышҡан кеүек ҡылана. Әкренләп төңөлөргә итәме әллә? Хәбиргә был оҡшамай, башынан алып ташларға тырыша.
Бер нисә сәғәттән һуң ҡыҙ ҡайтырға йыйына башланы.
– Иҫәрләнмә, ҡал.
– Дүшәмбе минең яуаплы көн. Дәрескә әҙерләнергә кәрәк.
– Бында әҙерлән.
– Бәй, бында нисек әҙерләнергә? Китап-дәфтәрҙәр, лекциялар юҡ.
– Әйҙә, барып алабыҙ.
Ҡыҙ аптыраны, шулай ҙа риза булды.
– Мин ҡысҡырып уҡыйым, һине ялҡытырмын.
– Теләһәң, көнө буйы ҡысҡырып йырла, бер һүҙ әйтмәм. – Егет үҙенә үҙе аптырай. Ләйләне янында тотҡоһо килә лә баһа.