

Беренсенән, был премияға тәҡдим ителгән циклға беҙҙең ерлеккә ҡағылған проекттар ингән: тәүгеһе — XV–XVI быуат ҡомартҡыһы — Бәндәбикә кәшәнәһенә арналған булһа, икенсеһе — Бикбулат ауылында тыуып үҫеп, ошо ергә ереккән атаҡлы һунарсы Миңзаһир Алдашев тураһында.
Бәрәкәтле Күгәрсен ерендә йәшәгән аҡыллы һәм батыр ҡатын Бәндәбикә үҙ ырыуының аҡыллы кәңәшсеһе, яҡлаусыһы ғына түгел, алдан һиҙеү хикмәтенә эйә зирәк ҡатын булған. Ғалимдар тарафынан бөгөнгәсә өйрәнеп, тикшереп бөтөлмәгән арҙаҡлы тарихи шәхестең үҙ ырыуын ҡурсалауы — уның төплө аҡылы, зирәклеге, төрлө хикмәтле күренештәрҙә сағыла. Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән тапшырыуҙа Бәндәбикәнең булмышы теүәл асыла.
Күренекле башҡорт ауылы Бикбулат ауылы һунарсыһы Миңзаһир олатайҙың яҙмышында, тормошонда — ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсеп-шөғөлө — һунарсылыҡ айырым бер урын биләп тора. Бөгөнгө көнгә тиклем оһоллоғон юғалтмаған уҙаман үҙе белгәндәрен улдарына, ейәндәренә генә түгел, ауыл халҡына ла ҙур теләк менән өйрәтә.
Ғәлимйән Ибәтуллин — радиожурналистиканың тәжрибәле оҫтаһы. Ул 1999 йылдан «Радио Башҡортостан» эфирында хеҙмәт юлын башлап, ижади берләшмәлә тәүге аҙымдарын «Сәфәр» ижади берекмәһендә башлаған, аҙаҡ "Рәсәй- Башҡортостан" каналы студияһына күскән. Бөгөнгө көндә ул «Хәйерле иртә, Башҡортостан!», «Ауылым офоҡтары», «Счастье рядом», «В центре внимания» кеүек тапшырыуҙар алып бара һәм әҙерләй. Был тапшырыуҙар төрлө жанр һәм формат буйынса айырылһа ла, радио тыңлаусылар араһында даими ҙур ихтирам яулаған.
Ғәлимйәндең хеҙмәте тик урындағы ҡыҙыҡһыныу менән сикләнмәй, ул әҙерләгән «Ауылым офоҡтары» тапшырыуы Бөтә Рәсәй «Күп милләтле Рәсәй» асыҡ журналистар конкурсында еңеү яулап, республика радиожурналистикаһын федераль кимәлдә уңышлы күрһәтте. Шулай уҡ парламент тематикаһы буйынса иң яҡшы журналистар араһында ла уның исеме телгә алынды.
Ғәлимйән Ибәтуллиндың ижади эшендә иң мөһим һыҙат — ул халыҡ менән туранан-тура аралашыу оҫталығы. Радиоэфирҙағы телмәре йылы, эскерһеҙ, кеше күңеленә хитләп үтә. Ул һөйләгән хикәйәләрҙә — ауылдарҙың тарихы, ябай кешеләрҙең яҙмышы, ата-бабаларҙан килгән кәсеп-шөғөлдәр һәм йолалар сағылыш таба. Бәндәбикә кәшәнәһенә һәм Миңзаһир Алдашевтың тормош юлына арналған тапшырыуҙар — быға аныҡ дәлил.
Ғәлимйән әҙерләгән тапшырыуҙарҙың әһәмиәте шунда: улар башҡорт халҡының тарихи хәтерен тергеҙеүгә хеҙмәт итә. Бәндәбикә — башҡорт халҡының аҡыл һәм зирәклек символы, уның тураһындағы риүәйәт бөгөнгө быуат өсөн дә әһәмиәтен юғалтмаған. Ғәлимйән был образды тапшырыуҙар аша тамашасыға еткерҙе, Бәндәбикәнең ырыуын ҡурсалаған аҡыллы ҡатын, тыныслыҡ яҡлаусы, кәңәшсе булараҡ булмышын тулы кимәлдә асты. Миңзаһир Алдашев тураһындағы тапшырыуҙа иһә боронғо һунарсылыҡ кәсебенең бөгөнгө көндә лә һаҡланыуы, киләсәк быуынға тапшырылыуы, тимәк, быуындар бәйләнешенең өҙөлмәүе күрһәтелде — был башҡорт халҡының рухи мираҫын һаҡлауҙың тере миҫалы.
Шулай уҡ Ғәлимйән Ибәтуллиндың башҡорт телендә алып барған ижади эшмәкәрлеге туған телдең сафлығын һаҡлауға, уның тапшырыуҙар аша йәш быуынға тапшырылыуына ла ҙур өлөш индерә. Уның тапшырыуҙарында башҡорт теле — тәбиғи һәм халыҡсан, тормошсан өлгөлә яңғырай.
Әйтергә кәрәк, был ижади проекттарҙы атҡарып сығыу бер кешенең генә ҡулынан килә торған эш түгел. "Уңыштың туҡһан проценты һинең менән бергә эшләгән коллегаларыңдың да өлөшө ҙур. Был тәңгәлдә инде оператор Урал Шәрипов менән режиссер Лидия Мусинаны билдәләп үтеү дөрөҫ булыр. Телевидениела ижади берҙәмлек үтә лә мөһим күрһәткес", - ти журналист.
Барыһын да иҫәпкә алып, Күгәрсен районы журналистары булараҡ беҙ Ғәлимйән Ибәтуллиндың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһына тәҡдим ителеүен хуплайбыҙ. Уның ижади эштәре башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫын пропагандалауға, милли үҙаңды нығытыуға йүнәлтелгән — был премияның маҡсаттары менән тулыһынса тап килә.
Ғәлимйән Ибәтуллиндың халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә арналған халыҡсан хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ.