

Радий Фәрит улы Мораҙым тарлауығында Рус география йәмғиәтенең эшсе төркөмө ултырышында ҡатнашты. Сарала илдең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы вәкилдәре, шулай уҡ Мәскәү, Вологда, Рязань, Ырымбур өлкәләре һәм Белоруссия ҡурсаулыҡтары белгестәре ҡатнашты.
Ултырышта хайуандарҙың һирәк төрҙәрен нисек һаҡларға һәм тергеҙергә кәрәклеге хаҡында һүҙ барҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2023 йылда Радий Фәрит улының инициативаһы менән Мораҙым тарлауығында зубрҙар үрсетеү буйынса проект барлыҡҡа килде.
Хайуандар беҙҙең ерҙәргә хәҙер инде ныҡлы еректе: әлеге ваҡытта көтөүҙә (балалары менән бергә һанағанда) йәмғеһе 33 зубр. Ғалимдар уларҙы фотототҡостар һәм GPS-муйынсаҡтар ярҙамында күҙәтә, уларҙың хәлен, хәрәкәт итеүҙәрен күҙ уңынан ысҡындырмай.
2027 йылда Белоруссиянан тағы ла туғыҙ зубр килтерергә ниәтләйҙәр.
Ултырышта тағы ла бер мөһим тема күтәрелде. Ул – башҡорт бал ҡорто. Профессор Венер Саттаров республика райондары буйынса яңы тикшеренеүҙәре менән уртаҡлашты.
Радий Фәрит улы һәм хөкүмәт вәкилдәре урындағы кәсепселәрҙең, ҡул эштәләре оҫталарының ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр менән танышты.
Фотолар Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан алынды.
Шулай уҡ А.Казаков фотолары.