Мораҙым
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентября , 14:20

ҠАНДАҒЫ ШӘКӘР КИМӘЛЕН КӘМЕТЕҮ ӨСӨН РЕЦЕПТАР

Ябай, әммә һөҙөмтәле!

  1. Һөт һәм прополис төнәтмәһе нигеҙендәшифалы рецепт: йоҡлар алдынан ун көн дауамында прополис төнәтмәһенең ун биш тамсыһы өҫтәлгән ярты стакан йылы һөт эсергә кәрәк. Бындай дауалау курсын йылына ике тапҡыр үткәрергә мөмкин.

2.Кефир һәм корица нигеҙендә шифалырецепт: ике аҙна дауамында иртән ашар алдынан ярты сәғәт элек онталған корица өҫтәп, бер стакан кефир эсергә кәрәк.

3.Һоло ҡайнатмаһы шәкәр кимәленнормалләштерә: бер аш ҡалағы һолоға бер стакан һыу һалып, ҡайнатырға, уртаса утта 15 минут бешерергә кәрәк. Эсемлекте һөҙөргәһәм һыуытырға, көн дауамында өс тапҡыр эсергә.

4.Ҡара ҡарағат япраҡтарынан сәй: бер нисә киптерелгән ҡара ҡарағат япрағына ҡайнар һыу һалып, уның бер аҙ һыуыныуын көтөргә кәрәк. Даими рәүештә ҡара ҡарағат япрағынан сәй эсеү ҡандағы шәкәр кимәленнормалләштерә.

5.Ҡарағат япраҡтары ҡайнатмаһы бер аш ҡалағы ваҡланған ҡарағат япраҡтарына ике стакан ҡайнар һыу һалып, тағы бер тапҡыр ҡайнатырға һәм бер нисә сәғәт тоторға кәрәк.Шифалы төнәтмәне ашар алдынан ярты стакан эсергә кәрәк.

  1. Цикорий нигеҙендәге эсемлек: фәнни тикшеренеүҙәр цикорийҙың ҡандағы шәкәр кимәлен һөҙөмтәле кәметеү һәләтен раҫлай, шуға күрә үҙ рационына цикорий эсемлеген индереү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.

 Иғтибар итегеҙ: халыҡ медицинаһысараларын ҡулланыуҙан тыш, һеҙгә мотлаҡ рәүештә дөрөҫ туҡланыу принциптарына таянырға кәрәк (ҡамыр, татлы, майлы һәм тоҙло ризыҡтан баш тартырға) – рационығыҙға мөмкин тиклем күберәк ҡуҙаҡлы культуралар индерегеҙ, улар ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеү өсөн бик яҡшы сара булараҡ танылды. Ниндәй ҙә булһа препараттар йәки дауалау ысулдарынҡулланыр алдынан белгес менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:
Читайте нас