Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентября , 11:19

Йәйге эҫе кире килә

Оҙаҡҡамы? Ә октябрь ниндәй булыр? 

Башҡортостанда һауа торошо ғәжәпләндереүен дауам итә. Сентябрҙә һауа температураһы көҙгөнө түгел, ә йәйгене хәтерләтә. Ай буйы шулай йылы булырмы? Синоптиктар фаразды яңыртты.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, сентябрь башындағы эҫе көндәрҙән һуң республикала һыуытасаҡ. Ай уртаһына һауа температураһы +13, +17 градусҡаса түбәнәйә. Әммә 16 сентябрҙән йәй төбәккә әйләнеп ҡайта һәм йәнә +25 градусҡа тиклем йылыта.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылылыҡ оҙаҡҡа бармай. Сентябрҙең өсөнсө декадаһында һауа температураһы +11, +15 градусҡаса түбәнәйә. Әммә сентябрь аҙағы һәм октябрь башы йылы буласаҡ тип фаразлана. Һауа +18, +20 градусҡаса йылынасаҡ. Дөйөм алғанда, октябрь сағыштырмаса йылы була. Температура +8, +16 градус тирәһендә торасаҡ.

Автор:
Читайте нас