«Төпләнеп йәшәйәсәк йортоңда яман күршенән Аллаһҡа һыйын (Унан һаҡлауын һора). Сөнки юлдағы күршенән китеп ҡотолорға була», — тигән.
(ән-Нәсәи риүәйәте)
Әгәр кеше үҙенә даими йәшәү өсөн урын һайлай икән, күршеһенең ниндәй булыуына ла иғтибар итһен. Раббыһынан яман күршенән һаҡлауын һорап доға ҡылһын.
Сөнки ваҡытлыса йәшәгәндә яман күршегә бер аҙ түҙергә мөмкин. Сәфәрҙә насар юлдашҡа йәки күршегә тап булһаң, унан китеп ҡотолорға була. Әммә яман күрше менән йәнәш йылдар буйы ғүмер итеү — ҙур хәсрәт.
Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ошондай доға ҡылған тип риүәйәт ителә:
«Эй, Аллаһ! Һиңә яман көндән, яман төндән, яман сәғәттән, яман юлдаштан һәм даими йәшәгән йортобоҙҙағы яман күршенән һыйынам».
(әт-Табарани риүәйәте)
Бер шағирҙы йортон арзанға һатҡаны өсөн кешеләр шелтәләгән. Ул уларға былай тип яуап биргән:
«Йортоңдо арзанға һаттың», — тип мине шелтәләйҙәр,
Яман күрше менән ғүмер иткәнемде белмәйҙәр.
Мин уларға: «Етер инде мине шелтәләргә», — тинем,
Йорттоң хаҡы ла күршеһенә ҡарап арта йә кәмей.
Эй, Раббым! Беҙгә изге, яҡшы күршеләр насип ит. Яман күршеләрҙән Үҙең һаҡла, имен ҡыл. Әмин.
Йософ хәҙрәт Дәүләтшин