

Мораҡ башҡорт гимназияһын тамамлап, бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт медицина универститетында белем алған Искәндәр Сафин үҙе менән бергә уҡыған дуҫтары Нилай менән Картикты ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан.
- Буласаҡ табиптар бик ипле, итәғәтле, ярҙамсыл, аралашырға яратҡан ихлас күңелле кешеләр булып сыҡты. Баш ҡалабыҙҙа инде 5 йыл йәшәп уҡыһалар ҙа, Башҡортостан буйлап сәйәхәт итмәгәндәр икән! Ауыл тормошо, кешеләре, тәбиғәт – барыһы ла уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уларҙың ҡайҙан килеүе, ғаиләләре, йолалары тураһында һораштыҡ.
Нилай менән Картик инглиз телен бик яҡшы белә, руссаны ла тырышып өйрәнеп, ярайһы уҡ матур һөйләшә. Мин уларға Сәйетҡол ауылының тарихын һөйләнем, бергәләп Шәмиғол хәлфәнең зыяратына барып килдек.
Эйек буйҙарын күреп, һыу инеп тә өлгөрҙө егеттәр! Йәмле Бикбулат яғына ла барҙылар, Мораҙым тарлауығын да күрҙеләр. Улым уларҙы Яҡшембәт ауылына өләсәһенә ҡунаҡҡа алып барҙы, - тип яҙа беҙгә Искәндәрҙең әсәһе Нәзифә Усарова.
29 августа ауыл клубында студенттар ҡатнашлығында бик матур ял кисәһе – концерт-дискотека ойошторолған.
Тамашасыларға “Березка” ансамбленең, Нәзифә Усарованың моңло йырҙары, Эльвира Хөсәйенованың дәртле бейеүе, һүҙ оҫтаһы Ангелина Кузичкинаның көләмәстәре , ҡунаҡ егеттәрҙең моңло йыры бик оҡшаған.
Концерттың икенсе өлөшөндә залдағы барлыҡ студенттарҙы сәхнәгә сығарып, викторина уйынын уйнатҡандар. Сит ил ҡунаҡтарына башҡорт балы, төрлө ҡайнатмалар һәм Башҡортостан, Күгәрсен районы һүрәттәре төшкән бокалдар бүләк иткәндәр.
Кисәнең өсөнсө өлөшө – “Һау бул, йәй!” дискотекаһында барыһы ла рәхәтләнеп бейеп, күңел асҡан.