"Һомай" Иҙәш-Ҡусҡар ауылында тыуған. Ғаиләлә иң өлкән бала. Урындағы мәктәпте, артабан Асҡарҙағы Таһир Кусимов исемендәге гимназияны тамамлай. Әсәһенең юлын дауам итеп, Сибай медицина колледжына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында башлай. Бөгөн Белгород госпиталендә эшләй.
- Һуғыш кешене үҙгәртә. Тормошто, һаулыҡты нығыраҡ ҡәҙерләй башлайһың. Миңә өмөт менән ҡараған яугирҙәрҙе ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышам, - ти Әбйәлил "Һомай"ы.
Әйткәндәй, уның бер туған ҡустыһы ла махсус хәрби операция биләмәһендә. Бер ғаиләнән ике яугир тәрбиәләгән ата-әсәһенә оло хөрмәт һәм ихтирам, тип яҙа "Башҡортостан" гәзите.
Тиҙерәк һуғыш бөтөп, "Һомай"ға, уның ҡустыһына һәм башҡа барлыҡ яугирҙәргә иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.