Мораҙым
+6 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
29 Августа , 04:05

Кәртинкә инәй

- Ни булды ул? Рәмис һыуға ҡоланым тисе... - Эйе... – Хәле бөткән күршеһе өҙөп-өҙөп тын алды. – Әлдә күреп ҡалдым. Улығыҙ һыу һалынған мискәгә ҡағыҙ карап йөҙҙөрөп уйнай ине. Һоҡланып ҡарап торҙом. Ниңәлер күңелгә шом йүгерҙе, һыуға төшөп китә күрмәһен тип, күҙ һала –һала йөрөнөм. Үҙең күренмәйһең. Бер саҡ “сар-р” итеп ҡалды. Һыуға төшкән уйынсығын алам типме, баш түбән сумған да ҡуйған.  Кәртә аша нисек сыҡҡанымды иҫләмәйем. Тиҙ генә сәсенән эләктереп, тартып сығарҙым. Бәләкәй булһа ла, үҙе тос ҡына икән. Шунан йотҡан һыуын сығарайым тип, һелкеткеләп алдым...

Үҙе алсаҡ, аралашыусан булғанғасы, Вәсилә йомоҡ, өндәшмәҫтәрҙе яратмай. Шуға ла үҙҙәренә күрше булған баҡсаны һатып алған инәйҙе баштан уҡ хушһынманы. Тәү күреүҙән үк оҡшамағаны кейеме булды. Байрамға килгәнме ни – ап-аҡ яулығын сөйөп бәйләгән, еңел генә сәскәле күлдәктә, етмәһә ҡулына талдан үрелгән кәрзин тотҡан. Ошо кейемдә эшләмәне, әлбиттә. Ыҡсым будкаға инеп, ябай ситса күлдәген кейеп сыҡты. Башына һалам эшләпәһе ҡунған. Килештерә...

 Бына шулай кейенеп ала ла, ял белмәй бөксәңләй. Төш еткәс кенә бер аҙ ял итеп, тәғәмләнеп ала. Шунан ҡояш байыр алдынан ғына бит-ҡулдарын йыуып, йәнә матур кейенеп, яйлап баҫып, ҡайтып китә.

 Сәйер инәй. Инәй тигәс тә, алтмыш тирәһендәлер. Яңы утыҙын тултырған тултырған Вәсиләгә ул ярайһы оло күренә. Әсәһенән дә өлкәнерәк бит. Шуныһы ғәжәп: инде яҙ башынан ошонда бил бөгә, әммә һүҙ ҡатып, күршеләре янына килгәне юҡ. Әйтерһең дә,  бөгөн Ер шарында бер үҙе, баш ҡағып ҡына иҫәнләшә лә, көмөрәйеп эшләп тик йөрөй. Һирәк кенә ял мәлдәрендә, ниҙер шыбырлап, ағас олондарын һыпыра, япраҡтарын һыйпай. Ҡараштары әллә ҡайҙарға төбәлә. Ҡойма аша инәйҙе сәйерһенеп күҙәткән Вәсиләне бөтөнләй күрмәй ҙә кеүек.

 Шундай саҡта иренә:

- Әллә ниндәй сәйер күрше булды, кешесә аралашып та булмай. Бер үҙем килгәндә немой кеүек йөрөнөм. Ни Әхсән бисәһен йөрөтмәй – ҡояштан һаҡлай. Хет Нәзирә килһә, күңеллерәк булыр ине, - тип зарланып ала.

- Телефондан һайрашып туймайһығыҙмы ни? Исаһам, телең бында ял итһен, - ти көлөп Фәнис.

- Инде нисә ай йәнәш йөрөйбөҙ, ә исемен дә белгән юҡ. Үҙемсә уны Кәртинкә инәй тип йөрөтәм.

- Һуң бик кәрәк икән, үҙең башлап таныш. Кәрәкмәгәндә телең тәтелдәп тора.

 

 Инәй менән танышыу һис көтмәгәндә булды. Ҡоро йылда емеш тә иртә өлгөрҙө. Ҡарағат бешеп, ҡойола яҙып ултыра. Фәнисе өйҙә булмағас, Вәсилә иптәшкә Рәмисте эйәртте. Ял көнө лә йоҡоһон туйҙыра алмаған сабый-мыжып –мыжый. Шуға баҡсаға барып еткәс тә, улын йоҡларға һалды.

 Тыныс, саф һауала малай тиҙ үк йоҡлап китте. Үҙе инде кибә башлаған емеште тирергә тотондо. Бер аҙҙан күршеһе күренде. Ғәҙәттәгесә, һаулыҡ һорашып, кейемен алмаштырҙы ла, түтәлдәренә һыу ҡоя башланы.

 Төшкә тиклем, эҫе ныҡлап төшкәнсе, эш ырамлы барҙы. Ҡарағат ҡыуаҡтарының яртыһынан бер бәләкәй биҙрә емеш йыйылды. Йылына ҡарап, шөкөр итергә ҡала. Вәсилә уянған улын ашатып, сарсауҙан кинәнеп сәй эсте. Хоҙай айырмаһын сәйҙән, был эҫелә йә сәй, йә айран менән генә һыуһынды ҡандырып булалыр. Арытылған... Бер аҙ ял итәйем әле тип ятып торғайны, йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған.

 Бала илауына ҡапыл уянып, һикереп торҙо. Сыҡһа, күршеһе Рәмистең битенә сапҡылай, уныһы сарылдап илай.

 Ҡото алынған ҡатын, ажарланып:

 - Нишләйһең, иҫһеҙ ҡарсыҡ, ҡағылма балаға! – тип, инәйгә барып йәбеште. 

 Ҡаҡса ғына инәй саҡ йығылып китмәне. Бөршәйеп кенә эргәләге эскәмйәгә терәлде. Балаһын саҡ тынысландырғас, төҫө ҡасҡан Вәсилә инәй янына килеп ултырҙы.

- Ни булды ул? Рәмис һыуға ҡоланым тисе...

- Эйе... – Хәле бөткән күршеһе өҙөп-өҙөп тын алды. – Әлдә күреп ҡалдым. Улығыҙ һыу һалынған мискәгә ҡағыҙ карап йөҙҙөрөп уйнай ине. Һоҡланып ҡарап торҙом. Ниңәлер күңелгә шом йүгерҙе, һыуға төшөп китә күрмәһен тип, күҙ һала –һала йөрөнөм. Үҙең күренмәйһең. Бер саҡ “сар-р” итеп ҡалды. Һыуға төшкән уйынсығын алам типме, баш түбән сумған да ҡуйған.  Кәртә аша нисек сыҡҡанымды иҫләмәйем. Тиҙ генә сәсенән эләктереп, тартып сығарҙым. Бәләкәй булһа ла, үҙе тос ҡына икән. Шунан йотҡан һыуын сығарайым тип, һелкеткеләп алдым...

 Инде эштең асылына төшөнгән әсә инәйгә ҡат-ҡат рәхмәт әйтте. Үҙе ҡурҡыуҙан һаман тыныслана алмай. Сәлимә, инәйҙең исеме шулай икән, йәһәт кенә валидол килтерҙе.

 - Үҙем менән йөрөтәм, йөрәк бөткән инде минең, - тип, үҙе лә дарыу эсте.

 - Эй, мин йүнһеҙ. Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ. Электр сәйнүге бар, хәҙер ҡайнап сыға. Ҡарағат япраҡтарын киптереп ҡуйғайным. Тамаҡ та кипте, исмаһам, тынысланырбыҙ ҙа...

 Вәсилә йәһәт кенә табын әҙерләне. Сәй эсеп алғас, инәй әкрен генә тауыш менән үҙ тарихын бәйән итте.

 Бер ниндәй ҡайғы күрмәгән, көйәҙ, ғәмһеҙ ҡатын түгел икән дә. Тауҙай ғазап кисерһә лә, күңеленә  һеңдереп, сабыр ғына ғүмер итә икән. Эсендәге аһ-зарын тышҡа сығармай. Бынан егерме йыл элек Себерҙән Башҡортостанға ҡайтып килгәндә, ире ике үҫмер улы менән аварияға эләгеп, өсөһө лә һәләк була. Үҙе, эшенән китә алмағас, һуңғараҡ ҡайтырға йыйынған. Бер юлы иң ҡәҙерле кешеләрен юғалта Сәлимә. Сәстәрен йолҡоп, ер тырнап илай. Аҡылынан яҙыр хәлгә еткәс, туғандары дауаханаға  һала. Оҙаҡ ваҡыт дауаланғас ғына, бер аҙ ипкә килә. Себерҙә халҡы ялға сығып, тыуған яғына ҡайта. Ҡәҙерлеләренең һуңғы йорттары ла ошонда бит. Бында төпләнә, ата-әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, мәңгелек йортона оҙата.

  Бер үҙе ҡалғас, ике ҡулына бер эш тип, баҡса һатып ала. Емеше өсөн түгел, күңел өсөн. Сөнки Себер пенсияһы бер үҙенә баштан ашҡан. Бына шулай һәүетемсә көн итә, кистәрен бәйләм тота, мәҙрәсәгә уҡырға йөрөй, ошонда күңеленә тынғылыҡ таба.

 - Улығыҙға һоҡланып ҡарайым, яҡын килеп башынан һыйпағым, яратҡым килә. Тик ҡыймайым, әлә ни уйларһығыҙ, тим. Кеше бит хәҙер күршеһе менән дә аралашып бармай. Балаларым иҫән булһа, һеҙҙең улығыҙ кеүек ейәндәрем булыр ине. Тормош сите кителгән тәрилкә кеүек хәҙер. Бер кемгә лә кәрәгем юҡ. Барыһы ла етеш, тик күҙемә бер ни күренмәй. Иң ғәзиздәрем бына-бына ҡайтып инер кеүек.

 Ярай, ошо баҡсаға юлыҡтым. Көнөм дә тиҙ үтә, арып ҡайтҡас, яҡшыраҡ йоҡлай башланым. Ҡарттар йортона, етем балаларға бүләк, күстәнәстәр алып барам. Үҙемә лә һуңғы көндәремдә шунда барырға яҙмағайы – бер яҡыным ҡалманы бит, - тине инәй көрһөнөп. Үҙе сит кеше алдында асылып китеүенә оялғандай булды.

 Вәсилә, ҡапыл ғына күңеленә яҡын булып киткән инәйҙе ҡосаҡлап, башына килгән уйҙы асып һаддыҙ

 - Ҡарттар йорто хаҡында һеҙгә уйларға иртә әле. Һеҙ, инәй, әле кәртинкә кеүек. Әйҙәгеҙ, үҙегеҙ риза булһағыҙ, иптәшем менән ҡурсауға алабыҙ. Йәнғи, ҡиәмәтлек әсәй итәбеҙ. Беҙҙең дә был ҡалала яҡындарыбыҙ юҡ.

 Бындай хәлде көтмәгән Сәлимә инәй, аптырап, баҙнатһыҙ ғына:

         - Әлләсе...- тигән булды.

Үҙе, күңеле түренә май ҡояшы инеп ултырҙымы ни, сикһеҙ шат ине.

Мәрйәм КҮСМӘЕВА.

 

 

 

Автор:
Читайте нас