* Халыҡ медицинаһында иммунитетты күтәреү өсөн ҡурай еләгенең япраҡтарынан тыш, ботаҡтарын да ҡулланалар. Уларҙы ваҡ итеп турап (бер-ике аш ҡалағы), бер стакан һыуҙа ҡайнатып, ике сәғәт тирәһе төнәткәс, көн дауамында бер-ике тапҡыр эсергә кәрәк.
* Бер сәй ҡалағы ромашканы, йүкә сәскәһен, гөлйемеште бер стакан ҡайнаған һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә. Әҙер ҡайнатманы һөҙөп, көнөнә 1/3 стакан эсергә.
* Ауырыған саҡта мүк еләгенә шәкәр өҫтәп иҙеп, өҫтөнә сәй ҡойоп эсергә була.
* Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә ауырыған саҡта уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланырға кәрәк. Ике аш ҡалағы киптерелгән емеште ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алығыҙ. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы.
Түбәндәге аҙыҡ-түлек тә иммунитетты нығыта, организмдың төрлө вирустарға ҡаршы тороуына булышлыҡ итә, ти белгестәр.
Помидор - ул антиоксидант булған каротинға бай. Был матдә организмдың иммун системаһын нығытыуға булышлыҡ итә. Ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, иммунитетты нығытыу йәһәтенән каротин, Е витамины менән сағыштырғанда, күпкә һөҙөмтәлерәк икән.
Банандағы В6 витамины иммун системаһына ыңғай йоғонто яһай. Бынан тыш, В6 витамины бөйөрҙә таштар булдырмау өсөн һәм йоҡоһоҙлоҡтан файҙалы. Әйткәндәй, ике банан – көндәлек норма булған 2 миллиграм В6 витамины сығанағы.
Дегәнәк- коллаген синтезын көсәйтә һәм организмдағы күҙәнәктәрҙең йәшәү һәләтен күтәрә. Бынан тыш, ул күҙәнәктәрҙең үҫешенә булышлыҡ итә, ҡандағы лейкоциттар һәм тромбоциттар күләмен арттыра. Был иһә иммунитетты нығытыу һәм онкология сирҙәрен иҫкәртеү өсөн кәрәк.
Прополис - тирене дымландыра, мускулдар массаһын үҫтерә, шешенеүгә ҡаршы торорға һәм һыҙланыуҙы кәметергә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә прополис – көслө иммуностимулятор. Төрлө вирустарҙы һәм бактерияларҙы юҡ итергә ярҙам итә, ә был иммун системаһы өсөн мотлаҡ.
Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла кәңәш кенә. Һәр кемдең организмы үҙенсәлекле, шуға күрә күңелегеҙгә ятҡан ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ, шул уҡ ваҡытта сәләмәт туҡланыу тураһында ла онотмағыҙ.