Мораҙым
+7 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
27 Августа , 10:35

ДОҒА ЫСЫНЛАП ТА ЯРҘАМ ИТӘ!

Быға ышандырырлыҡ хәлдәрҙе яҙып үтәйем әле.

Үҙем яҡшы белгән, мәсеткә йөрөгәндә танышҡан бер әхирәтем һөйләгәйне:

 

— Оло улым фатир алырға йыйына ине. Гаражда оҙаҡ йылдар тик торған «Волга» машинаһын һатырға теләне. Әллә ҡайҙарға иғлан биреп ҡараны. Ай артынан ай үтә, ә ҡыҙыҡһыныусы ла, килеп ҡараусы ла юҡ!

 

Берәү миңә: — «Ҡарынжа доғаһын» иртәле-кисле уҡып ҡара әле, — тип кәңәш бирҙе.

 

Доғаны таптым. Күсермәһен сығарып, улыма ла: — Ятла! — тип бирҙем. Ул бер данаһын һатырға теләгән «Волга»һының эсенә лә һалып ҡуйҙы. Машина гаражда тороп тутыға башлар тип бик борсола ине.

 

Мин дә һәр намаҙҙан һуң был доғаны бер нисә тапҡыр уҡый башланым. Бер аҙна самаһы үткәс, улыма Мәскәүҙән шылтыраттылар!

 

Баҡһаң, бер кеше төрлө йылдарҙа сыҡҡан «Волга» машиналарын йыйып, коллекция туплай икән. Улым машинаһының иҫке булыуына ҡайғыра ине, ә теге кеше, киреһенсә: — Миңә тап ошондайы кәрәк ине! — тип ҡыуанған.

 

Икенсе көндө үк килеп, машинаны алып та киткән.

 

Әхирәтемә Мин дә ошо доғаның бер нисә данаһын бирҙем: — Донъя хәлен белеп булмай, ал әле, кәрәге тейер, — тинем.

 

Үҙем ул доғаның ситтәрен матурлап биҙәп, ағас рамға ҡуйып элеп ҡуйҙым.

 

Бер көн күрше ҡатын килеп: — Апай, был ниндәй доға? — тип ҡыҙыҡһынды.

 

Мин уға барыһын да һөйләп бирҙем.

 

— Ә мин өс йыл инде туғыҙынсы ҡаттағы бәләкәй фатирымды һата алмайым. Бир әле, мин дә уҡып ҡарайым, — тип «Ҡарынжа доғаһын» алып ҡайтып китте.

 

Ул да уны ҡәҙерләп ағас рамға ҡуйып элгән. Оҙаҡ та үтмәй, өс йыл буйы һатылмай торған бүлмәһен һатып ебәрҙе. Был уның өсөн ҙур ҡыуаныс булды.

 

ҮҘЕМ МЕНӘН БУЛҒАН ХӘЛ

 

Өфөгә күсергә булғас, үҙем дә фатирымды һатыуға ҡуйҙым. Әммә алыусылар ашыҡманы.

 

Берәүҙәргә тәҙрәләрҙең ҡояшһыҙ яҡҡа ҡарауы оҡшамай, икенселәре: — Беренсе ҡат, — ти.

 

Бер кеше балкондағы бәләкәй генә ярыҡты күреп, алырға йөрөгән еренән баш тартты. Борсола башланым.

 

Шунан һәр намаҙҙан һуң «Ҡарынжа доғаһын» ҡат-ҡат уҡый башланым. Иртәле-кисле лә уҡыным.

 

Бер нисә көндән йәш егет менән ҡыҙ фатирҙы ҡарарға килде. Фатирҙы шул тиклем оҡшаттылар!

 

— Уңайлы! Таҙа! Беренсе ҡат! Балконы ниндәй ҙур! Иң мөһиме — ҡояшлы яҡ түгел! — тип ҡыуандылар.

 

Икенсе көндө ата-әсәләре лә килеп ҡараны: — Балаларыбыҙға оҡшаһа, беҙгә лә оҡшай, — тинеләр.

 

Ике көндән аҡсаһын да бирҙеләр!

 

«ҠАРЫНЖА ДОҒАҺЫ» — ХӘЛӘЛ РИЗЫҠ ҺӘМ БӘРӘКӘТ ӨСӨН ДОҒА

 

ӘЛЛАҺҮММӘ йәә Рабби үә Жәбраилә үә Микәилә үә Исрафилә үә Ғазраилә үә Ибраһимә үә Исмәғыйлә үә Исхәка үә Йәғҡубә үә мунзиләл бәракәти үә мунзиләт-тәурати үәз-зәбури үәл-фурҡани үә ләә хәүлә үә ләә ҡуввәтә иллә бил-ләһиль ғалиййил-ғазыйм. Ләә иләәһә илләәл-лаһүль-мәликүл-хаккуль-мубин. Мухәәммәдүр-расүлүл-лаһи-садикуль-үәғдил-әмин. Йәә Рабби йәә Рабби йәә Хәййи йәә Ҡаййүм йәә Зәл Жәләли үәл-Икрам. Әсъәлүкә йәә Раббәл-ғааршиль-ғазыйми ән йәрзуҡании ризҡан хәләлән таайибән би-рахмәтикә йәә әрхәмәр-рахимиин.

Автор:
Читайте нас