Виктория ул көндө яр буйына ял итергә килә. Уның янында бер ғаилә лә була. Уларҙың бәләкәй ҡыҙҙары һыуға һикереп бата башлай. Быны күреп Виктория ярҙамға ташлана, әммә көслө ағым уның үҙен һыу аҫтына һөйрәй. Баланы ир ҡотҡара, ә бына ҡыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сыға алмай, һыу төбөнә китә...
Виктория бик талантлы, изге күңелле ҡыҙ була. Ул хужожество-сәнәғәт колледжын тамамлаған, картиналар, шиғырҙар яҙа, биҙәүестәр эшләй, стеналарҙы биҙәй. “Минең донъям” мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҙәгендә эшләй, музыка һәм һүрәт төшөрөү буйынса дәрестәр алып бара. Актриса булырға хыялланған, ирекмәндәр хәрәкәтендә лә ҡатнашҡан. Таныштары уны фәрештә кеүек ине тип иҫкә алалар һәм был хәлгә һаман ышана алмайҙар, тип яҙа "Башҡортостан" гәзите.
Ҡыҙҙың яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.