Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
25 Августа , 10:57

Алманан ҡаҡ эшләйек

Алманан  1 кг алма һәм тәменә ҡарап шәкәр. Алманың ҡабығын һәм үҙәген таҙартып, ҙур булмаған киҫәктәргә турап, кәстрүлгә һалырға һәм бер аҙ шәкәр, емештең өҫтөнә 1 см сығырлыҡ итеп һыу өҫтәп, талғын утта ҡайнатырға. Йом­шарғас, блендер менән иҙергә. Һыуы күп  булһа, иҙерҙән алда  һарҡытырға онотмағыҙ. Ҡаҡ шыма, йоҡа ғына булһын тиһәгеҙ, иләк аша үткәрергә була. Әҙер иҙмәне шулай уҡ пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға тигеҙ итеп ҡойоп, 50 – 70 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә 20 минутҡа ҡуйырға. Һуңынан электр мейесен һүндереп, ишеген бер аҙ асып ҡуйығыҙ. Бер нисә сәғәттән һуң мейесте тағы ҡыҙҙырырға кәрәк. Унан тағы һүндерергә. Шул рәүешле ҡаҡ кипкәнгә  тиклем ҡабатларға. Ғәҙәттә, 1 – 2 көндә ул әҙер була. 

Алманан

 1 кг алма һәм тәменә ҡарап шәкәр.

Алманың ҡабығын һәм үҙәген таҙартып, ҙур булмаған киҫәктәргә турап, кәстрүлгә һалырға һәм бер аҙ шәкәр, емештең өҫтөнә 1 см сығырлыҡ итеп һыу өҫтәп, талғын утта ҡайнатырға. Йом­шарғас, блендер менән иҙергә. Һыуы күп  булһа, иҙерҙән алда  һарҡытырға онотмағыҙ. Ҡаҡ шыма, йоҡа ғына булһын тиһәгеҙ, иләк аша үткәрергә була. Әҙер иҙмәне шулай уҡ пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға тигеҙ итеп ҡойоп, 50 – 70 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә 20 минутҡа ҡуйырға. Һуңынан электр мейесен һүндереп, ишеген бер аҙ асып ҡуйығыҙ. Бер нисә сәғәттән һуң мейесте тағы ҡыҙҙырырға кәрәк. Унан тағы һүндерергә. Шул рәүешле ҡаҡ кипкәнгә  тиклем ҡабатларға. Ғәҙәттә, 1 – 2 көндә ул әҙер була. 

Автор:
Читайте нас