Мораҙым
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
21 Августа , 07:37

Ҡотло булһын тыуған көнөгөҙ!

Ошо көндәрҙә Күгәрсен районының данлыҡлы табип-неврологы Әбсәләмова Гөлгөнә Рауил ҡыҙы үҙенең күркәм ғүмер байрамын - 70 йәшлек юбилейын билдәләй.  

Ҡотло булһын тыуған көнөгөҙ!Ҡотло булһын тыуған көнөгөҙ!
Ҡотло булһын тыуған көнөгөҙ!

 Гөлгөнә Рауил ҡыҙы ябай ғына ауыл ҡыҙынан халыҡ тарафынан танылған табипҡа тиклем оҙон, әммә бик матур юл үтә. Ул Оло Эйек йылғаһы буйындағы бәләкәй генә Дөмбәй (Үрге Мөрсәләй) ауылында Рауил менән Санияның ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа, ил нығынып ятҡан осорҙа үҫһә лә ул бала сағының ҡыйынлыҡтары хаҡында бер ваҡытта ла зарланманы. Киреһенсә, уның күңелендә йылы иҫтәлектәр генә һаҡланды: атаһының эш хаҡы менән ҡайтыуы, Төйлөгәнгә дәреслектәр алырға арба менән барыуҙары, ә иң мөһиме — уҡыуға булған сикһеҙ һөйөү. Бала саҡта шәм яндырып, өҫтәл аҫтына йәшеренеп уҡыған ҡыҙҙың белемгә булған ынтылышы уны ғүмер буйы оҙатып йөрөй.

 Мәктәпте тамамлағас, Гөлгөнә Рауил ҡыҙы Өфөләге медицина училищеһына уҡырға инә. Унан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Ҡулына диплом алғандан һуң йәш белгес тыуған Күгәрсен районына ҡайтып, үҙенең хеҙмәт юлын 1986 йылда Мораҡ үҙәк район дауаханаһында башлай. Табип-невролог булараҡ, ул тиҙ арала халыҡ араһында абруй яулай. Пациенттарға иғтибарлығы, ихласлығы һәм профессиональ оҫталығы менән кешеләрҙең йөрәген яулай. Уның исеме районда ғына түгел, унан ситтә лә билдәле була, уға башҡа райондарҙан, хатта ҡалаларҙан  да дауаланырға киләләр.

 Гөлгөнә Рауил ҡыҙы үҙ ғүмерен халыҡ һаулығына хеҙмәт итеүгә бағышлап ҡына ҡалманы, ул ике ҡыҙын үҫтерҙе, лайыҡлы итеп тәрбиәләне, уларға юғары белем бирҙе, донъя күрергә ярҙам итте — АҠШ-ҡа, Ҡытайға стажировкаларға, уҡырға, эшкә юл асты. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү ҙә ҙур батырлыҡ, әммә Гөлгөнә Рауил ҡыҙы быны ла ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы.

 Бөгөн Гөлгөнә Рауил ҡыҙы лайыҡлы хаҡлы ялда. Әммә ул әле лә ғаиләһенән айырылмай: ейәндәре менән ейәнсәрен тәрбиәләшә, уларға үҙенең аҡыллы кәңәштәрен бирә, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Уның йылмайыуы, оптимизмы, көслө рухы — бөтә ғаилә өсөн өлгө.

 Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәм, өләсәйебеҙҙе 70 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һиңә  ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы һәм яҡты тормош теләйбеҙ. Һинең  кеүек ғаилә тотҡаһы, аҡыл остазыбыҙ булыуы менән бәхетлебеҙ.

 

Һиңә  бөтәһе өсөн дә рәхмәт!

Беҙ һеҙҙе сикһеҙ яратабыҙ!

 

Ихлас күңелдән ҡыҙҙарың Диана һәм Алһыу, кейәүең Рәшит, ейән-ейәнсәрҙәрең Мансур, Таһир, Әминә.

 

Автор:
Читайте нас