Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
20 Августа , 10:28

Ташҡабаҡтан икра

Был тәмле икра ҡышҡыһын иң тәүҙә бөтә. Уны пицца бешергәндә ҡамыр өҫтөнә һылағанда ла шәп була...

2 кг ташҡабаҡты һәм 2 баш һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрергә, 350 г томат пастаһы, бер стакан көнбағыш майы, тулы булмаған бер стакан шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ (өймәйенсә) өҫтәргә. 30 минут бешерергә, 100 г уксус һәм 1 сәй ҡалағы әсе ҡыҙыл борос һалырға. Банкаларға тултырғас ҡапҡастарын ябырға. Бик тәмле икраны күпме эшләһәгеҙ ҙә, йәһәт кенә бөтөп тә ҡуя. Имен-һау ашарға яҙһын!

Автор:
Читайте нас