Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
20 Августа , 10:36

Тәмле ашаған - тартышҡан

“Тәмле ашаған – тартышҡан”, тигән халыҡ. Был мәҡәлдең ҡасан килеп сыҡҡаны билдәле түгел, ул ваҡытта бөгөнгө кеүек күп төрлө тәмле ризыҡ та булмағандыр. Тик боронғо кешеләр алдан уҡ беҙгә киҫәтеү яһап ҡуйыуҙы кәрәкле тип иҫәпләгән һәм тәмлене саманан артыҡ ашау кеше өсөн зыянлы икәнен яҡшы белгән.

Бар тәғәмдә – шәкәр
 

Был әйтем бөгөнгө халәтебеҙҙе, йәшәү рәүешебеҙҙе сағылдыра кеүек. Беҙ үҫкәндә ошо тиклем татлы ризыҡтарҙың булмауы һәйбәт тә булғандыр. Әле татлы ризыҡты күпләп ашауыбыҙ, бигерәк тә балаларға ашатыуыбыҙ арҡаһында килеп сыҡҡан ауырыуҙарҙың иге-сиге юҡ. Тамаҡ туйып ҡалған һымаҡ булһа ла, бындай аҙыҡ файҙалы матдәләр бирмәй, һимертә. Был бөтөн ағзаларға ла ауырлыҡ килтерә, ҡан баҫымы уйнай, йөрәк һикерә, тын ҡыҫыла, гормональ тайпылыштар башлана...
Эйе, сифатлы шоколад, печенье ашау аҙ-маҙ күңелде күтәрә, көс-дәрт бирә. Ә бына бигерәк тә балалар организмына кәрәк булған “Менделеев таблицаһы” уларҙа юҡ.
Хәҙер татлы ризыҡ ашарға ныҡ күнектек, организмды боҙҙоҡ, күп кенә тәбиғи ризыҡтар тәмһеҙ күренә, беҙ уларҙан йөҙ борабыҙ. Дөрөҫ тәм һиҙеү һәләтебеҙ көсһөҙләнгән, тигән һүҙ. Кеше хәҙер кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә күп ризыҡҡа шәкәр ҡомо һала, уны тәмләндерергә тырыша. Бәләкәйҙән үк балаларға тәмле булһын тип сәйҙе лә баллы итеп бирәбеҙ, хатта эремсек, ҡатыҡ, кефир кеүек ризыҡты ла. Бына шулай итеп рәхәтләнеп организмды микробтар, бәшмәк, зыянлы бактериялар үрсей торған лайлалы мөхиткә әйләндерәбеҙ. Ә ундай организм теләһә ниндәй сир алдында ҡапҡа­лары шар асылған, бер һаҡсыһы ла булмаған йортҡа әйләнә. Был осраҡта дошмандар – бактериялар, вирустар үрсей, ағзаларҙы көсһөҙләндерә.
Уларға ҡаршы торған иммунитет та ҡаҡшай. Ғөмүмән, бөгөн дауалап булмаҫлыҡ ауыр сирҙәрҙең күбәйеүе туп-тура ашауға, эскән һыуға бәйле, шул ризыҡтар араһында иң зыянлыһы – тәмле-татлы ризыҡ. Уларҙы ашамайынса, башҡорт балы, кипкән емеш-еләк, тәбиғи ҡаҡ менән сәй эсһәң, шуның эргәһендә үҙебеҙ бешергән шәкәрһеҙ печенье-бәлеш торһа, ҡалай һәйбәт булыр ине!
Ашауҙы тыйыу – буш ғәмәл, сөнки тыйылған емеш һәр саҡ татлыраҡ тойола. Ә уларҙы сама менән тәмләү йәки, самалап булмаһа, уларҙың зыянын кәметергә буламы тигән һорау һәр беребеҙҙең башында тыуһа, ифрат шәп булыр ине. Ошо һорауға яуап эҙләү һәм табыу милләттең сәләмәт­леген нығытыу йәһәтенән профилак­тикаға тиң. Был балаларҙы ла, үҙе­беҙҙе лә күп төрлө вируслы ауырыу­ҙарҙан йолоп ҡалыуға ярҙам итәсәк, ҡурҡыныс сирҙәргә кәртә буласаҡ.
Автор:
Читайте нас