Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
20 Августа , 10:40

Әрем бик файҙалы

Ғәлимә апай эшкә минең яныма һөйләшеп ултырырға килә, Ҡөрьән сүрәләре уҡып китә ине. Туҡһан йәшкә етеп килгән апайҙың үҙ аяҡтарында йөрөүе, зиһенле булыуы өлгө ине һәм уның сәбәбен белгем килде. Яуап үтә ябай һәм ифрат фәһемле булды: “Мин ғүмер буйы әрем сәйе эсәм. Кешеләр уны әсе, тәмһеҙ тип эсмәй. Файҙаһы, ҡыҙым, ҙур, һин уны гел эс. Шуның өсөн хәтерем дә яҡшы. Кәрәгенән артыҡ һимертмәй, эсең ҡортламай. Паразиттарҙан дарыу эскән булалар, аҡса түгәләр, эй, әҙәм балалары аңһыҙ ҙа инде”, – тине.

Ошонан һуң әрем менән ҡыҙыҡ­һына башланым, йыйып эсә башланым. Иҫ киткес файҙалы икәнен аңланым. Бөтөн сәләмәтлегем тыуған еребеҙҙә, болон-ҡырҙарҙа, урман-тауҙарҙа булған икән! Әрем бит бөтә ерҙә үҫә, эҫкертләп йыйырлыҡ. Аллаһ Тәғәлә, беҙҙең сиргә батып барыуыбыҙҙы күреп, уны һәр ҡапҡа төбөнә тиерлек алып килеп еткергән. Күптәребеҙ әремде сүп тип, төбө-тамыры менән аҡтарып сығарып ырғыта, ҡулға һеңгән еҫен һабынлап йыуып бөтөрәбеҙ. Ни тиклем һаңғырау һәм һуҡырбыҙ үҙ сәләмәтлегебеҙгә ҡарата!
Әрем тураһында фән нимә ти? Был үләндең файҙалы икәнен бөтөн боронғо табиптар, шул иҫәптән, Гиппократ та, Әбуғалисина ла белгән, уның менән дауалауҙы киң ҡулланған. Әремдең организмдағы күп сирҙәргә ҡаршы торорлоҡ көсөн белгәндәр: аяҡҡа уралһа – арығанды, сәй итеп эсһәң – эстәге сирҙәрҙе бөтөрөүен, ишек өҫтөнә киптереп элһәң, насар көстәрҙе тупһа аша уҙҙырмауын, өйҙә төтәтһәң, төрлө эпидемия ваҡытында һауаны зарарһыҙлауын, киптереп гөлләмә итеп һауытҡа ҡуйһаң, өйҙәге һауаны микроорганизмдарҙан таҙартып тороуын, мәҫәлән. Бөгөн иһә минең өсөн иң мөһиме – әрем кешенең эсендә паразиттарға үрсергә бирмәй, булһалар – уларҙы бөтөрә. Шул уҡ ваҡытта, әремде ҡулланыуҙың самаһын да белергә тейешбеҙ, ҡасан ярамағанын да. Был үләнгә аллергияһы булған кешеләргә, ауырлы ҡатындарға, бәләкәй балаларға ҡулланыу тыйыла. Әремдең бөгөн киң таралған яман шеш сиренән дә файҙалы булыуы иҫбатланған. Шулай уҡ дисбактериоз, эс китеү, йүткереү, пневмония, ағыуланыу, астма һәм башҡа сирҙәрҙе лә йырып сығырға ярҙам итеүе билдәле. Әрем тураһында бик күп яҙырға була.
 
Автор:
Читайте нас