Мораҙым
+22 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
18 Августа , 11:43

Ҡымыҙҙың файҙаһы

Ҡымыҙҙың өҫтөнлөктәре ғәйәт күп. Мәҫәлән, ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы ҡуҙғығанда тынысландыра, аш һеңдереү ағзаларында, тын юлында, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында сирҙәр күҙәтелгәндә алмаштырғыһыҙ дауа.

Ҡымыҙҙың организмға тәь­ҫире ҡатмар­лы һәм күп яҡлы. Дөрөҫ ҡулланғанда ҡы­мыҙҙың файҙаһы бик күп. Ҡайһы бер­ҙә­рен генә күрһәтәйек: бөтәһе­нән элек ҡы­мыҙ бик туҡлыҡлы. Организмдың тиҙ үҙ­ләштереүе йәһәтенән ул башҡа бөтә һөт ризыҡтары араһында иң беренсе урын­да тора. Бынан тыш, ҡымыҙ аҙыҡтың яҡ­шы үҙләштерелеүенә ярҙам итә, аш һең­дереүҙе яҡшырта, аппетитты арттыра.

Ҡымыҙҙа организмды ны­ғытыу өсөн кәрәкле булған С витаминының күп булыуын һәм был яҡтан ҡымыҙҙың әфлисун, лимон кеүек емештәргә тиң икәнен бил­дәләргә кәрәк. Ул хәлһеҙләнгән орга­низмға көс өҫтәй. Ҡымыҙ менән дауалан­ғанда тотош организм нығый, мускулдар­ҙың көсө арта. Ҡымыҙҙың ҡан составына яҡ­шы тәьҫир итеүе, организмда матдәләр алмашыныу эш­мә­кәрлеген яҡшыртыуы, нервылар системаһын сыныҡ­ты­рыуы тураһында мәғлүмәттәр бар.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас