Мораҙым
+19 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Августа , 10:54

Һыҙланыуҙы әрем майы баҫыр

Был май быуындар һыҙлағанда, һеңер тартылып, аяҡ-ҡул ауыртҡанда ныҡ килешә. Бының өсөн әремдең өҫкө өлөштәрен генә йыйырға кәрәк

Хуш еҫле әремде йыйып, быяла банкаға тығыҙлап тултырырға ла өҫтөнә көнбағыш майы ҡойорға. Артабан бәләкәй кәстрүлгә һыу һалып, шунда банканы ултыртып, талғын утта ике сәғәт ҡайнатып алырға кәрәк. Шуныһы мөһим: был ваҡыт үткәс, һүндереп, шунда һыуынғансы ултырһын. Һуңынан инде майҙы һөҙөп алырға була. Бына бик шифалы май әҙер ҙә. Кис ауыртҡан-һыҙлаған урындарға һеңгәнсе ыуып ятһаң шифаһы ҙур. Берҙән, арыған-талсыҡҡан аяҡ-ҡулға массаж булһа, икенсенән, ауыртыу баҫылып ҡалыр.

Автор:
Читайте нас