Мораҙым
+19 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Августа , 11:33

Өфөлә үҫмер ҡыҙ апалы-һеңлеле бер туғандарға бысаҡ менән сәнскән

Өфөлә үҫмер ҡыҙ апалы-һеңлеле бер туғандарға бысаҡ менән сәнскән

Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, баш ҡаланың Высотная урамындағы фатирҙа ҡыҙ бәлиғ булмаған апалы-һеңлеле бер туғандарға бысаҡ менән сәнскән һәм ваҡиға урынынан ҡасып киткән. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы тотҡан.

Әлеге ваҡытта был хәлдең сәбәптәре асыҡлана, йәрәхәтләнгән ҡыҙҙар дауаханаға оҙатылған. Өлкәне үтә ауыр хәлдә, кесеһенең хәле ауыр, тотороҡло тип баһалана.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:
Читайте нас