Мораҙым
+11 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
14 Августа , 04:30

Майлы борос

Татлы боросто майлы ғына итеп тоҙлаһаң, картуфҡа, иткә ҡушып ашарға бик шәп ҡабымлыҡ буласаҡ.

Татлы борос - 4 кг, уларҙы орлоғонан таҙартып дүрткә, аҙаҡ тағы урталай телергә кәрәк.Шунан ҙур табаҡҡа һалырға. Боростоң өҫтөнә 1 стакан шәкәр, ярты стакан тоҙ, 1,5 стакан көнбағыш майы, 0,5 стакан уксус, 2 стакан һыу һалырға ла, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, 15 минут тирәһе ҡайнатырға (боростар йомшарғансы). Һүндерерҙән 5 минут тирәһе алдараҡ һарымһаҡ, укроп, петрушка һалып ебәрегеҙ. Алдан әҙерләп ҡуйған банкаларға башта боросто һалырға, аҙаҡ өҫтөн тултырғансы маринадын ҡойоп ябырға ла, һыуыныу менән һыуытҡысҡа йәки баҙға алып ҡуйырға ғына ҡала.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас