Мораҙым
+17 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
13 Августа , 11:26

Ҡарбуздан цукат

Ҡарбуз-ҡауын осоро. Ҡарбуздан цукат эшләп ҡарайыҡ, бик тәмле һәм файҙалы. 

Ҡарбуз ҡабығын шаҡмаҡлап турайбыҙ. Шуны ҡайнар һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа 10 сәғәткә шәкәр шәрбәтенә һалып ҡуябыҙ (кило ярым шәкәргә дүрт стакан һыу), тағы бер ҡат бешереп алабыҙ. Бешеп килгәндә, бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы һәм бысаҡ осо менән генә алып ванилин өҫтәйбеҙ. Ҡайнар ҡарбуз ҡабыҡтарын киң һауытҡа бушатабыҙ, шәрбәте ағып бөткәнен көтәбеҙ һәм өҫтөнә шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Болғатабыҙ ҙа киптерергә һалабыҙ. Әҙер цукаттарҙы быяла банкала йәки ҡағыҙ пакетта һаҡлайбыҙ. 

Автор:
Читайте нас