Турист картаһында ер-һыу атамалары икенсе вариантта бирелһә лә, үҙебеҙ дөрөҫ һөйләшәйек, яҙайыҡ!
Сер түгел, ер-һыу атамаларының ысын исеме үҙгәреп, хәтерҙән юйылып бара. Бөрйән районында урынлашҡан Ялтыр ҡаяны ла күптәр Антоновка ҡаяһы тип белә.
"Аҫаба халыҡ ҡушҡан ысын исеме уның Ялтыр ҡая, сөнки ҡояш ҡалҡа башлағандан алып, байығанса ҡәҙәр ап-аҡ булып, ялтырап тора. Борон Ҡырлы ҡая тип әйтеүселәр ҙә булған. Ә Антон ҡарт иһә революция ваҡытында ғына йәшенгән. Уға тиклем дә был ҡаяла ваҡытлыса ышыҡ табып тороусылар күп булған", - ти тыуған яғының ер-һыу атамаларын өйрәнеүсе зыялы бер ханым.
Турист картаһында ер-һыу атамалары икенсе вариантта бирелһә лә, үҙебеҙ дөрөҫ һөйләшәйек, яҙайыҡ!