Мораҙым
+22 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
10 Августа , 11:39

Атайымды ҡайтарығыҙ

Атайҙар байрамы алдынан таныш ишек төбөнә барҙым да зыңғырҙаҡҡа баҫтым. Бер оло ҡатын ишек асты. Мин өндәшмәй генә фатирға индем. - Әсәй, кем ул? – тип һораны кемдер. - Бер бала килеп индесе, - тип ҡулын йәйҙе тегеһе. - Һин кем? Ҡайҙан килдең? – тип һорайҙар. - Мин атайҙы эҙләп килдем. Ҡайтарығыҙ уны, - тинем.  Шул арала төпкө бүлмәнән ике малай килеп сыҡты һәм ҡыҙыҡһынып миңә ҡарап торҙо. Таныш та, яҡын да тойолдо улар миңә. - Бар! Башҡа килеп йөрөмә! – тип теге ҡатын елкәмдән тотоп, елберләтеп сығарып ебәрҙе.

Атайымды ҡайтарығыҙ

(хикәйә)

 Атай-әсәй айырылышып, судтан сит кешеләр булып сығыуыбыҙға ла өс тиҫтәнән артыҡ ваҡыт уҙҙы. Мин “Алиментовна” булмайым тип илағанға әсәй  атайҙан бер тин дә аҡса алманы. Йәш, матур әсәйем, көслө рухлы, аҡыллы өләсәйем барҙа бер ниндәй ауырлыҡ күрмәйенсә, ҡытлыҡ кисермәйенсә, ел-ямғырға теймәй генә үҫеп еттем. Бала сағымда ла, үҫмер йылдарында ла, йәшлегемдә лә уларҙың иркә-наҙына, ныҡлы ҡанатына ышыҡланып йәшәнем. Өсөбөҙ ҡорған оябыҙ һәр саҡ нурлы, йылы булды. Йәш, матур әсәйемә күҙ атыусылар ҙа осраны. Тик бер ауыҙ бешкәс, ул яңынан кейәүгә сыҡманы. Ә эшкә бөтмөр өләсәйемдең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ныҡлы имән бағана итеп хис итә торғайным уны. Уҫал да, үткер ҙә булды.

 Мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс,  ауылдағы йорт-ҡураны һатып, бөтөнләйгә беҙгә күсеп килде.  Әсәйҙе эшкә, мине уҡырға оҙатып, кисен ҡаршылап тороусы изге йән ине. Йүгереп йөрөгән еренән генә йығылып китеп, гүр эйәһе булды.

 Өләсәйҙе юғалтыу ҡайғыһын бик ауыр кисерҙем. Мин үҙебеҙҙе ишкәкһеҙ  кәмәлә йөҙгән кеүек тойҙом. Тик әсәй үҙен тиҙ ҡулға алды. Икәүләп илай-илай тормош һуҡмағынан киттек. Өләсәйҙе юғалтыу ҡайғыһынанмы, яңғыҙлыҡты ауыр кисереүҙәнме, әллә башҡа сәбәп менәнме, әсәйем йыш ауырый башланы. Миңә лә үҙемдең тормошомдо ҡорорға, кейәүгә сығып балалар үҫтерергә кәрәклекте йышыраҡ иҫкәртте. Минең  берәүгә лә күңелем ятманы, кемгәлер кейәүгә сығып, әсәйҙе ташлап китеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым.

Әсәй хәҙер йышыраҡ ауырый. Күп ваҡыт ятып тора. Юғары белем алып, сит илгә эшкә китергә тип пландар ҡорғанда ҡәҙерлемә ҡурҡыныс сир тигән диагноз ҡуйҙылар. Өләсәйҙән мираҫ булып ҡалған рух ныҡлығы, сабырлыҡ бөгөлөп төшмәҫкә ярҙам итте.

Көндәрҙең бер көндө әсәйем:

- Анау шкафтан минең алтын туй балдағымды алып бир әле, - тине.

Уны оҙаҡ ҡына усында тотоп йылытты ла, минең усыма һалды.

- Йылыһын һиҙәһеңме?

- Һиҙәм...

- Был балдаҡты һиңә бүләк итәм. Мин үлгәс тә, ҡулыңа алырһың һәм йылыһын тойорһоң, гелән яныңда булырмын... Тағы ла бер үтенесем бар: атайыңды тап. Ер йөҙөндә яңғыҙың ҡалаһың бит. Теге донъяла йәнем тынлыҡ тапмаҫ. Һине туғанлы итә алманым, балаҡайым.  Уныһы өсөн ғәфү ит...

 Икәүләшеп иланыҡ. Их, әсәйем, ни өсөн яҙмыш беҙгә шулай аяуһыҙ икән?

 

***

 Мин әсәйем алдында ғәйепле. Сөнки оҙаҡ йылдар унан йәшереп килгән бер серем бар.

 Башланғыс кластарҙа уҡый инем. Атайҙар байрамына үҙебеҙ бүләк яһаныҡ. Ҡағыҙҙан йондоҙ киҫтек һәм “Ҡәҙерле атайым, байрам менән!” тип яҙҙыҡ. Тик кемгә бирергә? Атайым юҡ бит...

 Бер көндө йоҡонан иртәрәк уяндым да йыбанып ятам. Әсәйем менән өләсәйем ниҙер тураһында һөйләшә. Ипләп кенә килдем дә, ишек аша тыңлап торам: атайым ғаиләһе менән беҙҙең ҡалаға күсеп килгән даһа! Яңы төҙөлгән йорттарҙан фатир алғандар. Беҙҙең ҙур булмаған ҡалала яңы төҙөлгән өйҙәр күп түгел инде ул. Мин уларҙың барыһын да беләм. Атайҙың исем-фамилияһын да беләм: Ғимранов Арыҫлан. Ҡыҙҙар менән уйнаған булып, шул йорттар тирәһенә барабыҙ. Мин яйлап ҡына өлкәндәрҙән атайымды һорашам. Һәм уңыш йылмая! Бер асыҡ ауыҙ малай уның ҡайҙа йәшәгәнен күрһәтте. Хатта фатирын табып, уның ишегенә бер-икене тибеп ҡастыҡ.

 Атайҙар байрамы алдынан таныш ишек төбөнә барҙым да зыңғырҙаҡҡа баҫтым. Бер оло ҡатын ишек асты. Мин өндәшмәй генә фатирға индем.

- Әсәй, кем ул? – тип һораны кемдер.

- Бер бала килеп индесе, - тип ҡулын йәйҙе тегеһе.

- Һин кем? Ҡайҙан килдең? – тип һорайҙар.

- Мин атайҙы эҙләп килдем. Ҡайтарығыҙ уны, - тинем.

 Шул арала төпкө бүлмәнән ике малай килеп сыҡты һәм ҡыҙыҡһынып миңә ҡарап торҙо. Таныш та, яҡын да тойолдо улар миңә.

- Бар! Башҡа килеп йөрөмә! – тип теге ҡатын елкәмдән тотоп, елберләтеп сығарып ебәрҙе. Атай өйөнән шулай ҡыуылып сыҡтым. Ғәрлегемдән илай-илай урам буйлап йөрөнөм. Өйгә ҡайтып күренергә ҡурҡтым ошо ҡиәфәттә. Тынысланғас, апаруҡ өшөгәс кенә өйгә индем. Икенсе көнөнә ауырып киттем. Быға тик һөйөндөм генә. Бүләкте  кемгә бирергә тип баш ватаһы түгел. Мәктәпкә бара алманым, теге йондоҙ сумка төбөндә йомарланып ята. Был хәлде әсәйгә лә, өләсәйгә лә һөйләмәҫкә ҡарар иттем. Йылдар буйына иң ҡара көндәремдең береһен сер итеп йәшәнем.

 

***

- Ҡайҙа йәшәгәнен белмәйем тимә, - тип дауам итте. – Барып эҙләп йөрөгәнеңде беләм. Ауыҙымды асып шаҡ ҡаттым. Сер һаҡлаусы, имеш. Әсәйемдең һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә ғорурлығымды ергә һалып тапап, атай ишеген тағы шаҡыным. Ишекте инде шаҡтай олоғайған атайым үҙе асты. Мин уны шундуҡ таныным. Фотолағы атайым. Тик сәстәре генә ағарған. Фатирына индем. Кухнянан теге уҫал күренгән ҡатын килеп сыҡты. Мин күңелһеҙ күренешкә әҙерләнеп килһәм дә, киреһенсә килеп сыҡты.  Икеһе лә ихласлап түргә саҡырҙы. Сәй табыны артында теге ваҡытта мин күргән ике малайҙың береһе Украина ерендә һәләк булғанлығын белдем. Бүлмәһендәге фотоларҙан шаян малай, алсаҡ үҫмер, аҡыллы егет ҡарай. Ә иң аҙаҡҡы һалдат формаһында төшкән фото ҡара таҫма менән уратылған. Һүрәттәге егеттең  күҙҙәренә бағам. Ниндәй яҡын, йылылыҡ бөркөп торған һоро күҙҙәр! Ҡан тартыуы шулдыр инде...

 Улдарын юғалтыу ҡайғыһынан атай ҙа, уның ҡатыны ла бөгөлөп төшкән.  Элекке тәкәбберлектән бер ниҙә ҡалмаған атайҙың әлеге тормош юлдашының. Их, теге саҡта мине ҡыуып сығармаған булһалар, ҡустыларым менән аралашып үҫер инем. Өлкән ҡустым менән һөйләшеп ултырырға яҙмаған икән шул... Ниндәй аҡыллы, сибәр егет булған ул. Шкафта әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары ята, спорт ярыштарында алған миҙалдары элеүле тора. Өҫтә ятҡан мотоцикл шлемы ла эйәһеҙ ҡалған...

 Бәләкәй ҡустым ҡайтып инде. Ҡыҙыҡһыныусан үҫмерҙең ҡараштары менән осраштым. Ул күҙҙәрен аҫҡа йәшерҙе. Ҡыйыуһыҙ ғына:

- Һаумы, апай, - тип ҡул һуҙҙы.

- Һаумы, ҡустыҡайым, һаумы! – ҡыуанысымдан йөрәгем сыға яҙҙы. Мин апай! Минең ҡустым бар!

 Бер нисә көндән сәскәләр тотоп атайым беҙгә килде. Әсәй ауырыуҙан, һыҙланыуҙан йонсоған, ап-аҡ сырайлы, ябығыуҙан ҡаҡ һөйәккә ҡалған. Атай сәскәләрен һонғас, хәлһеҙ генә ҡулдары менән үрелеп алды ла, оҙаҡ ҡына еҫкәп ултырҙы. Күптән күрешеп һөйләшеп йөрөгән кешеләр кеүек атайға ымланы:

- Ултыр, ни эшләп сит кеше кеүек тораһың?

 Миңә боролоп сәскәләрҙе һыуға ултыртырға ҡушты.

- Әйтмә бер һүҙ ҙә. Мин һине күптән ғәфү иттем.

Әсәйҙең был һүҙҙәре ишек артында ҡалды, мин тиҙ генә сығып киттем. Нимә һөйләшкәндәрҙер, уға бары теге сәскәләр генә шаһит. Икенсе  көндөң таңында әсәйем  күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо.

 Уны оҙатырға атайым да, ҡустым да килде. Мин әсәйҙе юғалтыу ҡайғыһынан һығылып илайым.

 Атайым мине ҡосаҡланы. Алыҫ бала сағым иҫемә төштө. Бына тағы атай иңдәрен тоям. Өс тиҫтәгә яҡын ваҡыт үткәс, атай яуырынына башымды терәп илайым.

 Тышта ябалаҡлап беренсе ҡар яуа. Тирә-яҡ ап-аҡ. Әсәйһеҙ, әммә яңынан атайлы һәм ҡустылы булып йәшәйәсәк ғүмеремдең тәүге минуттары ине был...

Сания ВӘЛИТОВА.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас