Рецебы: "Ҡартайғандарын" ҡулланмайым.
Ташҡабаҡ булһын тей, ярай (ҡолағымды яра шул һүҙ) - 8 штук,
10 кишер, 4-5 һуғанды турап ит үткәргестән үткәрәм. Һуған һәм кишерҙе айырым һауытҡа үткәрәм, кабачкилар икенсе һауытҡа.
Бер ст. майҙы ҡаҙанда эҫетеп, уға туралған һуған һәм кишерҙе һалабыҙ, әйләнгән һайын болғатып торабыҙ.
5 минуттан һуң томат пастаһы (1 ст) өҫтәйбеҙ, тағы 5-7 минут ҡайнағас, кабачкиларҙы өҫтәйбеҙ. 40 минут тирәһе, болғата-болғата талғын ғына ҡайнатабыҙ
Был ваҡыт эсендә банкаларҙы әҙерләйбеҙ: сода менән йыуып, стерилләргә ултыртабыҙ. Мин пар өҫтөндә эшләйем, 7 минут тотам.
40 минут ҡайнаған икраға 8 аш ҡалағы шәкәр һәм 2 аш ҡалағы өймәләм тоҙ өҫтәйбеҙ.
Бер баш һарымһаҡты иҙеп, ярты балғалаҡ ҡара борос менән бергә икраға өҫтәйем. Тағы бер-ике минут ҡайнағас 4 ҡалаҡ 9%-лы уксус һалабыҙ.
Тағы 5 минуттан, стерилләнгән банкаларға тултырып, уларҙы баштүбән әйләндереп, йылы таҫтамал менән урап, һыуытабыҙ. Ғәләмәәәт тәмле! Ҡышын бигерәк тә!