1960 йылда Яңауыл ауылында донъяға килә ул. Ауыл мәктәбендә уҡығас, урта белемде Исем мәктәбендә ала, армияла хеҙмәт итә. Ә инде нәҙекәйбилдәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы уйламағанда килә. Күрше Тәүәкән ауылына ҡунаҡҡа барғанда битен ҡорт саға, ике күҙе лә шешеп, йомола. Шул саҡта ҡорттарға ҡарата асыу барлыҡҡа килмәй, киреһенсә, уның күңелендә кемдең ҡорттары, кемдән, нисек өйрәнгән, тигән һорауҙар тыуа. Был һөнәргә ҡайҙа уҡытыуҙары тураһында белешеп, Ришат Өфө янындағы Михайловка ауылына һөнәрселек училищеһына умартасылыҡ буйынса белем алырға китә.
Күңеленә оҡшаған һөнәр булғас, бик тырышып, яҡшы билдәләргә генә уҡый ул. Уҡыуын тамамлағас, “Октябрь” совхозына эшкә ҡайта.Ҡыҙылташ ауылы яындағы 200-ләп умартаһы булған умарталыҡты ҡабул итеп ала. Үҙ эшенең оҫталары булған тәжрибәле умартасылар етәкселегендә бик тырышып эшләп китә, татыу коллектив яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
Ошо йылдарҙа Ришат ағай Сәйетҡол ауылы һылыуы Ләлә еңгәбеҙ менән сәстәрен-сәскә бәйләп, Арҙат ауылында төпләнәләр. Йәштәр ул замандағы барлыҡ кешеләр кеүек башкөлләй хөкүмәт эшенә сумалар. Үҙҙәренең хужалығын алып барырға ла, балалар үҫтерергә лә, хөкүмәт эшендә эшләргә лә өлгөрәләр.
Ғәлимовтар Арҙатта 33 йыл йәшәйҙәр. Тик Ришат ағайҙы тыуған яғы барыбер үҙенә тарта. Ғаилә башлығы Яңауылға ҡайтайыҡ, тигәс, ир һүҙен тормош иптәше лә кире ҡаҡмай. Улар Яңауылға атай йортона ҡайтып төпләнә. Ришат ағай күңеленә яҡын шөғөлөн дә ташламай. Әле уның хужалығында 60-лап умарта иҫәпләнә. Бал ҡорттарын аҫрау еңелдән түгел, умартасыларҙың үҙҙәренә лә нәҙекәйбилдәр кеүек көн–төн тир түгергә тура килә. Эшендә уға ҡатыны Ләлә еңгәй, улы Рәшит ярҙам итәләр. Йыл да мул уңыш ала улар. Ауыл халҡын, тирә-яҡ ауыл кешеләрен сифатлы, тәмле, хаҡы башҡаларҙыҡынан сағыштырмаса арзан булған бал менән тәьмин итәләр.
Донъя гел шатлыҡлы мәлдәрҙән генә тормай шул. Бала ҡайғыһын да кисерергә тура килә уларға. Төпсөк улдары ата-әсәһе, туғандарын ауыр ҡайғыларға һалып, был яҡты донъяларҙан иртә китеп бара. Әммә Ләлә еңгәй менән Ришат ағай ауыр мәлдәрҙә генә түгел, һәр саҡ бер-береһенә терәк булып, улы менән ҡыҙына, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренә кәрәк булып, уларға күңел баҫып йәшәйҙәр.
Тырыш кешенең донъяһы ла, эше лә алға бара. Ғәлимовтар атай йортон яңыртып алдылар, мал-тыуар тоталар, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Киң күңелле хужалар йортонан туған-тыумаса, дуҫтары өҙөлмәй.
Умартасылыҡ эшенең нескәлектәрен, үҙ тәжрибәһен балаларына, ейәндәренә өйрәтәләр. Бына шундай уңған ғаиләләр йәшәй беҙҙең Яңауылда.
Гөлсәсәк НАРИМАНОВА.