Помидорҙы тишеп, тәмләткестәр менән банкаға һалырға. Ҡайнар һыу менән тултырырға, һыуытырға, һыуҙы ағыҙырға. Банкаға тоҙ, шәкәр һәм лимон кислотаһы һалырға. Ҡабат ҡайнар һыу менән тултырырға һәм әйләндерергә. ⠀ Помидорҙар татлы һәм бөтөнләй әсе булмай. Кислота хатта һиҙелмәй. уксус ярамағандар өсөн бик яҡшы.
3x литрлы банкаға иҫәпләгәндә:
5 аш. ҡалағы шәкәр тау итеп
2 сәй ҡалағы тоҙ тауһыҙ
1 сәй ҡалағы лимон кислотаһы
Тәмләткестәрҙән 2-3 һарымһаҡ, йоморо борос, гвоздика, корица киҫәктәре.