Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
4 Августа , 09:48

Ауылыбыҙ йәштәр менән йәмле

 Ауылыбыҙ урамынан етәкләшеп матур пар килә. Уртаға улдарын алғандар. Үҙҙәре ихласлап һәр кем менән иҫәнләшәләр. Теле асылмаған бәләкәй Әмир ҙә шат йылмайып баш ҡаға, иҫәнләшеүе шулай. Тап ике йыл элек ошо матур парҙың – Теләүембәт сибәре Гөлназ менән Яңауыл егете Заһит Яхиндарҙың туйы уҙғайны. Күпселек йәштәр кеүек ҡалаға китергә ашыҡманы улар. Егеттең “ауылда йәшәйем”, тигән әйтеүе бар ине. Егет һүҙе бер була. Ә энә ҡайҙа, еп шунда, тигәндәй Гөлназ ауылда ҡалырға бер һүҙһеҙ ризалаша. Әлеге көндә улар әсәләре, бейеме Әнүәрә еңгәй менән бергә Яңауыл ауылында йәшәйҙәр.

Ауылыбыҙ йәштәр менән йәмлеАуылыбыҙ йәштәр менән йәмле
Ауылыбыҙ йәштәр менән йәмле

Заһит кинйә бала булараҡ, өй-ҡура хәстәрен күптән үҙ иңенә алған. Атайҙары Зиннур ағай мәрхүм булғас та, улар баҙап ҡалманылар, яңы өй төҙөп инделәр, ишле мал тотоуҙарын дауам иттеләр.

 Заһит ауыл мәктәбендә уҡығанда үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булды. Әле лә ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй ул. Әрме хеҙмәтен Мәскәү өлкәһе Балашиха ҡалаһында үтә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, уҡып сыҡҡан һөнәре – электрик булып эш башланы.

 Теләүембәт ҡыҙы Гөлназ Мөхәмәтова менән улар 5 йыл дуҫлашып йөрөйҙәр. Гөлназ Салауат музыкаль колледжын тамамлап, Өфө ҡалаһында балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләргә лә өлгөрә. Әле декрет ялында. Шулай ҙа тик ятмай. Мәләүез ҡалаһында визажист һөнәрен үҙләштереп, эшен асып ебәрҙе. Тирә-яҡта уны оҫта ҡуллы визажист тип беләләр. Һәләтле кеше бар яҡта һәләтле була бит ул. Гөлназ бик матур йырлай,фортепианола оҫта уйнай. Ауыл клубында үткән концерттарҙа ла сығыш яһай.  Йыр-моңға һөйөү ата-әсәнән, ғаиләнән килә. Атаһы мәрхүм дә матур йырлаған, әсәһе Фәүриә байтаҡ йылдар Теләүембәт күп тармаҡлы мәҙәниәт үҙәген етәкләгән. Гөлназ ата-әсәһенән бирелгән һәләтте үҫтерә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Йыр-моңдан дәрт, илһам алам, ти ул.

 Ошондай бик күркәм ғаилә йәшәй беҙҙең Яңауыл ауылында. Йәшлек дәртен һүндермәйенсә, ауылыбыҙҙы йәмләп, парлы, күптәргә өлгө булып, йәшәргә яҙһын һеҙгә, Гөлназ, Заһит!

Гөлсәсәк НАРИМАНОВА.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас