Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
3 Августа , 11:20

Ниндәй бал файҙалыраҡ?

Борондан халҡыбыҙ бал менән дауаланған. Бал составында Менделеев таблицаһының бөтә элементтары ла бар. Шуға күрә организмды һауыҡтырыу сараһы булараҡ уға тиңдәр юҡ. Балдың һәр ҡайһыһы үҙенсә тәмле һәм файҙалы.

Сәскә балы

Иң популяр һәм иң йыш осраған бал төрө. Тәмле лә, шифалы үҙенсәлектәре лә күп. Сәскә балы үҙе бер нисә төрлө була: болондан йыйылғаны, урмандан, тауҙан.
Ысын сәскә балы бик хуш еҫле, өс-дүрт айһыҙ ҡуйырмай. Файҙалы үҙенсәлектәре:
*организмға хәл бирә;
*матдәләр алмашыныуын яҡшырта;
*организмды таҙарта;
*ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә;
*йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә ярҙам итә;
*стресс кисергәндә организмды тынысландыра.

Йүкә балы

Йүкә балын беҙҙең халыҡ иң шифалы балдарҙың береһе тип һанай.
*Балдың был төрө һалҡын тейгәндә файҙалы, вирустарҙы юҡ итергә һәләтле;
*йүкә балының файҙаһы офтальмологияла ла раҫланған. Көн дә компьютер менән эшләүселәргә йүкә балын көндәлек рационға индерергә тәҡдим ителә. Ул күҙҙең селтәр ҡатламына ыңғай йоғонто яһай;
*йүкә балының артыҡ холестеринды сығарыу үҙенсәлеге лә билдәле;
*бауыр һәм ашҡаҙан сирҙәренән бик шифалы.

Ҡарабойҙай балы

 Төҫө ҡарағусҡыл, сәскә еҫе аңҡып тора, бөтә балдар менән сағыштырғанда ҡуйыраҡ, үҙенә башҡа бер тәме менән айырыла. Ҡарабойҙай балын аҙыҡ эшкәртеү органдары сәләмәт булмаған кешеләргә даими ҡулланырға кәңәш ителә.
*Ул ашҡаҙан әселеген нормалләштерә;
*мускулдарҙы һәм баш мейеһен нығыта;
*йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта;
*һалҡын тейеү, тамаҡ шешеү кеүек ауырыуҙарҙан дауа булып тора;
*аҙҡанлылыҡ күҙәтелһә, балдың тап бына ошо төрөнә өҫтөнлөк бирергә кәрәк, унда тимер башҡаларҙыҡына ҡарағанда күберәк;
* башҡа төрлө балдар кеүек үк иммунитетты нығыта.

Донник балы

 Колхоздар осоронда донник үләнен бал ҡорттары өсөн махсус сәсәләр ине. Уның составында фруктоза күп, ул еңел үҙләштерелә. Балдың был төрө бик йомшаҡ, аҡһыл йәки алтынһыу төҫтә.

*Уны тын юлдары ялҡынһынғанда ҡулланырға кәңәш итәләр;
*тромбоздарҙы дауалау өсөн ҡулланалар;
*гемоглобинды күтәрә;
*ҡан баҫымын төшөрә;
*гинекологик сирҙәрҙән шифаһы бар;
*ауыҙ ҡыуышлығындағы микробтарҙы юҡ итергә һәләтле.

Көнбағыш балы

 Көнбағыш балын башҡаһы менән бутауы ауыр. Ул һап-һары бик матур төҫтә, үҙенән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә көнбағыш еҫе килә, бик татлы, бер-ике ҡалаҡтан артығын ҡабып булмай. Бик тиҙ ҡуйыра, сөнки составында глюкоза күп.
*Көнбағыш балының бауырға шифаһы ҙур. Халыҡ медицинаһында уны элек-электән бауыр циррозын дауалағанда ҡулланғандар;
*тире аҫтына артыҡ һыу йыйылғандан, шешенеүҙән арынырға ярҙам итә;
*ашҡаҙанда йәрәхәт булғанда, көнбағыш балы ауыртыуҙы баҫырға һәләтле;
*аҙ калориялы булыуы арҡаһында, уны диета тотоусыларға кәңәш итәләр.

Рапс балы

 Аҡ төҫтә, бик тиҙ ҡуйыра. Уны халыҡта «аҡ бал» тип тә йөрөтәләр. Ҡаты балдарҙан һанала.

*Рапс балы нервыларҙы сәләмәтләндерә;
*хәтерҙе яҡшырта;
*уйлау һәләтен арттыра;
*матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмды артыҡ һыуҙан арындыра;
*минералдарға бай булыуы менән һөйәктәр өсөн дә файҙалы;
*ҡан составын яҡшырта, йөрәк мускулдарын нығыта.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас