Кәрәк була:
Ҡыяр – 2 кг,
Һуған – 300-350 г.
Тоҙ – 2 аш ҡалағы
Шәкәр – 100 г
Һыу – 350 мл
Уксус (яблочный) – 150 мл
Гәрсис орлоғо (зерна горчицы) – 2 аш ҡалағы
Куркума – 1 аш ҡалағы
Борос (горошек) – һәр банкаға 5-әр
Әнис (йәшел)
Ҡыярҙарҙы түңәрәкләп, һуғанды турайбыҙ, тоҙ һәм шәкәр һалып, өҫтөнә ауыр әйберҙе баҫтырып, 1-2сәғәткә ултыртып торабыҙ.
Аҙаҡ ошо йәшелсәләр өҫтөнә ҡалған әйберҙәрҙе өҫтәп плитәгә ҡуябыҙ, ҡайнап сыҡҡас, тағы 5 минут тирәһе ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға һалабыҙ.