Мунсала сабынырға яратһаҡ та, миндектең файҙаһы тураһында белеп бөтмәйбеҙ. Күптәр өҫтөнлөк биргән ҡайын миндеге тирҙе бөтөрә, тирене таҙарта, яраланған, һыҙырылған урындарҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итә. Физик көсөргәнештән һуң ҡайын миндеге менән сабынһаң, мускул һәм быуындарҙағы арыу бөтә. Яҡшы итеп быуланған миндек эфир майҙарын, башҡа шифалы матдәләр бүлеп сығара. Кешенең тиреһенә ыңғай йоғонто яһай. Тын юлдарына ла шифаһы бар, ҡаҡырыҡ бүленеп сығыуына булышлыҡ итә, үпкәләрҙе елләтә.
Ҡайын миндегенең һыуы ла шифалы булыуын онотмағыҙ. Ул сәстәрҙе нығыта, баштағы ҡауаҡты бөтөрә.
Кемдер ҡайын миндегенә мәтрүшкә ҡушып та бәйләй. Мәтрүшкәне иммунитетты нығыта тиҙәр.
Имән миндеген дә йыш ҡулланалар. Ул тирегә яҡшы йоғонто яһай, тынысландыра.
Ылыҫлы ағастарҙан миндекте үҙ итеүселәр ҙә бар. Шулай ҙа һиҙгер, йоҡа тирелеләргә ул ныҡ ҡаты һымаҡ. Ылыҫлы миндектәрҙең дә үҙ файҙаһы, улар көс бирә, һауаны дезинфекциялай.