Ингредиенттар:
Ҡыяр 4 кг
Кишер 1 кг
Шәкәр - 1 стакан
Уксус-1 стакан
Үҫемлек майы 1 стакан
Тоҙ 100 гр
Һарымһаҡ-2 шт
Ҡыҙыл ваҡланған борос-1 аш ҡалағы
Әҙерләү:
1. Банкаларҙы һәм ҡапҡастарҙы ентекләп йыуырға һәм стерилләргә кәрәк
2. Һарымһаҡты ваҡ ҡына итеп киҫергә йаки пресс аша үткәрергә.
3. Кишерҙе таҙартырға һәм ҙур терка аша уткәрергә
4. Ҡыярҙы ентекләп йыуығыҙ, остарын ҡырҡып, һәр береһен башта 4 өлөшкә, һуңынан һәр өлөшөн тағы ла икегә киҫегеҙ, шулай итеп бер ҡыярҙан 8 киҫәк барлыҡҡа килә.
5. Ҡыяр менән кишерҙе ҙур һауытта бутағыҙ.
6. 100 грамм тоҙ, 1 стакан шәкәр, 1 стакан уксус, 1 стакан үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы һарымһаҡ һәм аш ҡалағы ҡыҙыл борос өҫтәгеҙ.
7.Яҡшы болғатығыҙ һәм 4 сәғәткә маринадланырға ҡалдырығыҙ.
8. Йәшелсәләрҙе бүленгән һут менән бергә ярты литрлы йәки литрлы банкаларға һалығыҙ.
9. Банкаларҙы ҡапҡастар менән ҡаплағыҙ һәм 10 минут стерилләгеҙ.
10. Банкаларҙы ябып, йылы юрған менән ҡаплап, тулыһынса һыуынырға ҡалдырығыҙ.