

Ҡәйнәм килеп, илатып ҡайтып китте. Әйтерһең дә үҙенең йәш сағы булмаған... Ә бит үҙе лә бит ҡасандыр килен булған, ҡәйнәһе күрмәгәнен күрһәткән...
Мин һуң ятҡас, балалар ҙа каникулда булғас, көтөүҙе ҡыуғандан һуң, бер аҙ оҙағыраҡ йоҡларға булдым. Ә ул 8 тулыр-тулмаҫ килеп кереп ҡысҡыра башланы. Тәүҙә аңламайым:нимә булған, кем ҡысҡыра?
“ К.ңә ҡояш төшкәнсе ятаһың, ата ялҡау!"- тигәс, түҙмәй илай башланым. Ҡулым ҡалтырап, халатымды кейә алмайым хатта! Әрләне-әрләне лә сығып китте. “Өйөң бардак, холодильнигыңда йүнле продуктың да юҡ! Магазин билмәне ашатырға уйлайһыңмы балаларыңа? Эшләмәйсә өйҙә ултырып", - тип һүкте генә.
Ауылда эш булмағас, нимә эшләйем һуң! Тик ятмайым, ир вахтала булғанда мал да, ҡош-ҡорт та, баҡса ла, балалар ҙа минең өҫтә. Һөт, ҡаймаҡ, ҡорот һатып та аҡса эшләйес, ирҙең эш хаҡына ғына ҡарап ултырмайым...
Тағын нимә кәрәктер инде уға... Күп асыуға тейһә, бер сығарам инде... Ә әлегә түҙәм...
Аноним...