Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
28 Июль , 11:13

Йәшлек илендә осраштыҡ

Ошо көндәрҙә Сирбай ауылында “Йәшлек илендә” тигән бик матур сара үтте. Һуңғы ваҡытта ауыл клубында халыҡ яу яланында йөрөгән егеттәргә гуманитар ярҙам итеү маҡсатында (маскировкалау селтәрҙәре үреү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға кәрәк-яраҡ әҙерләп оҙатыу, ил-йорт хәстәрҙәре тураһында һөйләшеү өсөн) килә ине. Был юлы улар күңел асырға йыйылды. 

Йәшлек сәләме менән Моҡас (Сайыр) ауылынан Ринат Хәмзин (сығышы менән беҙҙең ауылдан) сығыш яһаны. Рәхәтләнеп гармун көйөнә бейене төрлө быуын. Иңдәренә гармун ҡайыштарын йыш кейгән, моң һөйөүсе уҙамандар – Ришат Хәмзин, Шәүкәт һәм Мөхәммәт Шәриповтар рәхәтләндереп бейеттеләр, йырлаттылар. Ауылыбыҙ ғорурлығы булған профессиональ бейеүселәр – Лилиә, Розалия Буранғоловалар, Данил  Фазыловтар дәртле бейеүҙәре менән кисәне байыттылар. Йөрәгендә ауылдаштарына, тормошҡа һөйөү хисе йөрөткән, мәңгелек ҡиммәттәрҙе күңелендә һаҡлаған йөрәктәр рәхәтләнеп күңел асты “Йәшлек илендә”.  Һәр кем был сараны үткәреүгә ҙур өлөш индергән  ауыл хакимиәте башлығы Айрат Шәриповҡа, ауыл старостаһы Рәмил Буранғоловҡа, клуб мөдире Мөхәммәт Шәриповҡа,  ойошторусы Ләлә Иҡбаеваға рәхмәтле булып  таралды.

Автор:
Читайте нас