Мораҙым
+22 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
28 Июля , 10:54

Еңел машина комбайнға барып бәрелгән

Юл һәләкәте кисә киске сәғәт 11-ҙә Өфө – Шишмә трассаһында булған. Toyota Land Cruiser 200 рулендәге 43 йәшлек ир ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм юл ситендә торған комбайнға бәрелгән

Еңел автомобиль водителе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә. Юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана.

Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, ауыл хужалығы техникаһы көндөҙ үк юл ситендә торған. Янында бер ниндәй ҙә иҫкәртеү билдәләре ҡуйылмаған, тип раҫлай автоһәүәҫкәрҙәр.

Автор:
Читайте нас