

Карта, йәғни генераль межалау планы 18 быуат аҙағында императрица Екатерина II Указы буйынса, ер үлсәүсе Николай Симонов тарафынан төҙөлгән.
Был боронғо картала Оло Эйек йылғаһының һул ярында Юлдыбай утары билдәләнгән. Бөгөн ул - Һатлыҡ (Икенсе Юлдыбай) ауылы.
Йылға буйлап түбәндә, уң яҡ яр буйында Мораҙым тигән тораҡ пункт күрһәтелгән. Әммә ул хәҙерге Мораҙым ауылы түгел. Картала был үҙән 5 һаны менән билдәләнгән.
Мораҙым (Өсөнсө Юлдыбай) ауылы халҡы бында йәйләү булған тип иҫәпләй. Ул урында табылған тәңкәләр, атыу ҡоралы, көмөш һәм бронза биҙәүестәр буйынса фекер йөрөткәндә, 19 быуат уртаһына тиклем кеше йәшәгәнлеген аңларға мөмкин. Үҙәндә табылған төрән уларҙың игенселек менән шөғөлләнгәндәрен дәлилләй.
Ваҡыт үтә килә Оло Эйек үҙәнен үҙгәртә һәм Мораҙым утары тәңгәлендәге яр, Сейәле ер тауы һыу менән йыуылып, емерелә башлай. Һөҙөмтәлә халыҡ был ерҙе ташлап китә. Һатлыҡ ауылы йылға ағымы буйынса Мораҙым ауылынан түбәнерәк булып килеп сыға.
Оло Эйек йылғаһы ярында, Сейәле ер тауы янында мамонт һөйәктәре һәм уның һуҡҡы тештәре табыла.
Филология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Фирҙәүес Хисаметдинова үҙенең ғилми хеҙмәттәрендә башҡорт ауылдарының атамалары тарихы тураһында яҙған. “Башҡорттарҙың боронғо ауылдары ҡышлау урындарында барлыҡҡа килгән һәм төп ауыл булып һанала, улар башлыса старшиналар исеме менән аталған.
Ваҡыт үтеү менән төп ауылдан яңы ауылдар, утарҙар айырылып сыға. Ғәҙәттә утар төп ауыл исеме менән атала, тик аныҡлаусы компоненттар – “үрге, түбәнге, беренсе, икенсе, өсөнсө” тигән һүҙҙәр өҫтәлә. Ҡайһы берҙә һуңынан утарҙар икенсе исемдәр ала”, - тип яҙа Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы.
***
“Десятский” билдәһе Юлдыбай ауылы янында табылған. Рәсәй империяһында десятский - полиция һәм төрлө йәмәғәт функцияларын үтәү өсөн крәҫтиәндәр араһынан һайлап ҡуйылған тейешле кеше.
Ғәҙәттә, десятскийҙы ҙур булмаған ауыл һайлай (уртаса алғанда, бер десятскийға 27 йорт һәм 83 кеше тура килә).Ул ауылдың абруйлы кешеһе була.
Ауыл биләмәһе үҙәге - Юлдыбай ауылы Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы Юлдыбай Ҡоломҡаев исеме менән аталған .
Юлдыбай ауылы янында, Оло Эйек йылғаһының иҫке үҙәненең өҫ яғында, Стрельбицкий һәм Ырымбур өйәҙенең 1914 йылғы карталарынан Ибраһим ауылы булғанлығы билдәле. Урындағы халыҡ уны Юлдыбай ауылының бер өлөшө булған тип иҫәпләй. Генераль межалау планы картаһы ла шуны раҫлай, унда Юлдыбай ауылының ике өлөштән тороуын күрәбеҙ: береһе Тассы буйында, икенсеһе Һаҡаҫҡы йылғаһының уң ярында.
Бында табылған тәңкәләр буйынса фекер йөрөткәндә, Ибраһим ауылы йәки Юлдыбай ауылының бер өлөшө батшабикә Анна Иоанновна заманынан алып император Александр 1-сегә тиклем булған тип иҫәпләргә мөмкин.
Был ерҙәрҙең үрге яғында бер нисә баҡыр ҡумыҙ табылды, моғайын, бында уларҙы эшләгән оҫта йәшәгәндер. Юлдыбай борон-борондан башҡорт музыка ҡоралдары эшләү үҙәге булып торған.
***
Оло Эйектең һул ярында Буташ аҡланы урынлашҡан. Аҡлан исеме бында XVIII быуат аҙағында эшләгән поташ заводы хөрмәтенә бирелә.
Поташ заводы Оло Эйектең һул ҡушылдығы - Арбайылғаны барлыҡҡа килтергән ике йылға ҡушылған ерҙә булған. Поташ - XVIII быуатта Рәсәйҙән экспортҡа сығарылған төп тауарҙарҙың береһе. Заводта 10-ға яҡын эшсе эшләй. Совет осоронда бында тире эшкәртеү буйынса производство эшләй.
Йылайыр кантонына ҡараған Ҡыпсаҡ улусы Икенсе Юлдыбай (Һатлыҡ) ауылының 1920 йылғы йорт хужалыҡтары исемлегендә Арбайылға буйында Василий Колбин тирмәне һәм 10 кеше йәшәгән утар булған. Мораҙым (Өсөнсө Юлдыбай) ауылы эргәһендәге Шептунов тирмәне утарында 4 йортта 7 кеше йәшәгән.
Генераль сиктәрҙе билдәләү планы картаһында поташ заводы күрһәтелгән. Хәҙерге картала Буташ яланы ПЗ хәрефтәре менән билдәләнгән.
Завод хужаһы Сәлих ибн Хөббитдин була, быны завод урынында табылған балдаҡ - мисәт ташындағы яҙыу раҫлай. Балдаҡтағы ғәрәп телендәге яҙыуҙы хөрмәтле яҡташыбыҙ Рәсүл хәҙрәт Янбаев уҡыны.
Ревизия яҙмалары һәм башҡа тикшеренеүҙәр материалдарынан Сәлих ибн Хөббетдиндең Башҡортостан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаевтың ата-бабаларының береһе булыуы асыҡлана.
Буташ яланы быуаттар буйына ата-бабаларыбыҙҙы үҙенә йәлеп итә һәм әле лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Урындағы эшҡыуар Мәжит Йосопов ял базаһын төҙөгән. Арбайылғаның уң ярында, Ялпы урман яланында уҙған йылда район һабантуйы үтте. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев тыуған ауылының тарихы тураһында “Икенсе Юлдыбай – Һатлыҡ” китабын яҙҙы.
***
Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы үҙәге Мораҡ (Ҡыҙыл Мәсет) ауылынан 12 саҡрым алыҫлыҡта, Оло Эйек йылғаһының һул ярында, Яңы Хвалын утарынан түбәнерәк Черногорка тип аталған урыҫ утары урынлашҡан. Башҡортостандың Йылайыр кантоны Ҡыпсаҡ улусы тораҡ пункттары исемлегендә 1920 йылда 6 йортта 27 кеше иҫәпләнә, 1925 йылда йорттар һаны үҙгәрмәй.
1939 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, утарҙа 11 кеше йәшәгәнлеге күренә. Беҙҙең хәҙерге картала Черногорка утары ерҙәре 6-сы һан менән билдәләнгән. Артабанғы халыҡ иҫәбен алыуҙар исемлегендә был утар юҡ.
***
Картала 7 һәм 8 һандары аҫтында XIX быуаттың 30-сы йылдарында хәҙерге Беренсе Төпсән ауылы халҡының бер өлөшө күсеп ултырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Икенсе һәм Өсөнсө Төпсән ауылдары күрһәтелгән . Был ауылдарҙың атамаһын тарихсылар Айытҡужа Төпсән (Төрһәк) һәм уның улдары Айытҡол һәм башҡалар менән бәйләй.
Әнүәр КИЛСЕМБАЕВ.
Мораҡ ауылы.
(Дауамы бар.